Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
22 Сентябрь 2023, 14:50

Фермалар ҡышҡылыҡҡа әҙер

Бөгөн райондың малсылыҡ тармағында яуаплы осор бара – биналарҙы мал ҡышлатыуға әҙерләйҙәр. Малдар һанының һаҡланыуын тәьмин итеү, тауар етештереүҙе арттырыу өсөн бөтә саралар ҙа үтәлергә тейеш.

Фермалар ҡышҡылыҡҡа әҙер
Фермалар ҡышҡылыҡҡа әҙер

Малдарҙы көтөүлектә аҫрау осоро аҙағына яҡынлаша, ҡышлатыу ваҡыты башланыуға ла күп ваҡыт ҡалмай. Малсылыҡ календары буйынса ул беренсе октябрҙә башлана. Шуға ла ферма эшсәндәре алдан малсылыҡ биналарын әҙерләүгә һәм ремонтлауға тотондо.
Ошо көндәрҙә беҙ “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте фермаһында булдыҡ. Унда зоотехник Илһам Фәтҡуллин (һүрәттә һулда) һәм ферма мөдире Наил Ғәлимов менән аралаштыҡ. Улар хужалыҡ фермаларының ҡышҡылыҡҡа әҙерлеге, малдарҙы аҙыҡ менән тәьмин итеү тураһында һөйләне.
Алдағы ҡышлатыуға предприятиела йәмғеһе өс малсылыҡ бинаһы йәлеп ителәсәк, уларҙа 370 баш һыйыр малы аҫрау планлаштырыла. Малдарҙы аҫрау өсөн уңайлы шарттар булдырыу, малдың продуктлылығын һәм малсылыҡ продукцияһы етештереү күләмен арттырыу өсөн хужалыҡ саралар күрә.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 22 сентябрҙәге 38е һанында уҡығыҙ.

Автор: