Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
25 Август 2023, 14:30

Еңеүселәргә – иҫтәлекле вымпелдар

Мәсетле районы баҫыуҙарында урып-йыйыу эштәре дауам итә. Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре уңышты йыйып, тупраҡты киләһе сәсеүгә әҙерләй. Иң мөһиме – киләсәк уңышты юғалтыуһыҙ йыйыу. Был эш ярыш режимында уҙғарыла.

Еңеүселәргә – иҫтәлекле вымпелдар
Еңеүселәргә – иҫтәлекле вымпелдар

17 августа Мәсетле районы ауыл хужалығы комбайнсылары, водителдәре һәм механизаторҙары араһында конкурс үткәреү буйынса эшсе төркөм ағзалары, ҡатнашыу өсөн тәҡдим ителгән ғаризаларҙы ҡарап, 10 көн ( 1 августан 10-ына тиклем) эш һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһаны һәм киләһе номинацияларҙа еңеүселәрҙе билдәләне.
Иген урыу комбайндары буйынса еңеүселәр: 1 төркөм (СК-5 “Нива”; Енисей-1200; СКД-6): 1-се урында – Александр Крашенинников, “Ленинский”, СК-5 “Нива”, 160 гектар (245 тонна); 2-се урында – Артем Абросимов, “Ленинский”, СК-5 “Нива”, 122 гектар (170 тонна) һәм 3 урында – Василий Лешков, “Ленинский”, СК-5 “Нива”, 106 гектар (147 тонна).

2 төркөм (Лида-1300; КЗС-10 “Полесье”; КЗС-812 “Полесье”): 1 урында – Илнур Абдрахманов, “Аҡтау”, КЗС-10 “Полесье”, 340 гектар (530 тонна), 2-се урында – Азамат Ибраһимов, “Аҡтау”, КЗС-10 “Полесье”, 305 гектар (475 тонна) һәм 3-сө урында – Алексей Абросимов, “Ленинский”, КЗС-812 “Полесье”, 92 гектар (128 тонна).

3 төркөм (ДОН-1500; Акрос-530): 1 урында – Әбделғәзе Сәбиғиәров, “Йондоҙ”, Дон-1500Б, 10 гектар (25 тонна), 2-се урында – Салауат Латипов, “Йондоҙ” (һүрәттә), Дон-1500Б, 6,8 гектар (17 тонна), 3-сө урында – Азамат Хәлилов, “Йондоҙ”, Дон-1500Б, 15,2 гектар (13 тонна).

4 төркөм (Акрос-550; КЗС-12.18 “Полесье”): 1-се урын – Рафиҡ Зөфәров, “Аҡтау”, КЗС-12.18 “Полесье”, 422 гектар (658 тонна), 2-се урын – Марсель Әҙиуллин, “Аҡтау”, КЗС-12.18 “Полесье”, 420 гектар (655 тонна), 3-сө урын – Артур Бәширов, “Ленинский”, КЗС-12.18 “Полесье”, 160 гектар (251 тонна).
Йөк автомобилдәре водителдәре араһында беренсе урынды “Аҡтау” йәмғиәтенән Зифат Ғиниәтов (тағылмалы КамАЗ-45143, ташыған игендең дөйөм күләме –10934 т/км) алды. Икенсе урында – Максим Попков (Ленинский”, КАМАЗ-45143, 3934 т/км) һәм 3-сө урында – Ринат Закиров (“Йондоҙ”, ЗИЛ-ММЗ-554М, 825 т/км).
Үҙйөрөшлө сапҡыс операторҙары араһында беренсе урынды Валентин Качанов яуланы (“Аҡтау”, КЕЙС-1203, 830 гектар); икенсе – Дамир Ғәзидуллин (“Аҡтау”, КС-100 “Сулпан”, 750 гектар); өсөнсө – Артур Бәширов (“Ленинский”, КС-100 “Сулпан”, 150 гектар).
Ерҙе туңға һөрөүселәр араһында “Аҡтау” йәмғиәтенән механизатор Виктор Власовец (Версатайл-2375 (ПКС-8 һабаны) тракторында 500 гектар ер һөргән) беренселекте алды; икенсе – Михаил Пастухов (шул уҡ хужалыҡтан К-744р4 (ПКС-8 һабаны) тракторында 500 гектар ер һөргән); өсөнсө – Радис Хәмиҙуллин (“Йондоҙ”, К-739 М+ПСКУ-8, 150 гектар).
Наградалар “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте базаһында тапшырылды. Сарала район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов ҡатнашты.
Хеҙмәт геройҙарын данлап, күңелдәрен күтәрергә район Мәҙәниәт йортоноң агитация бригадаһы килде.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Еңеүселәргә – иҫтәлекле вымпелдар
Еңеүселәргә – иҫтәлекле вымпелдар
Автор: