Унда һигеҙ комбайн, бер нисә трактор һәм йөк машинаһы йәлеп ителгән. Руль артында – Ғарифйән Сафин, Ринат Бәҙретдинов, Зифат Ғиниәтов, Радик Нурҡаев, Александр Лесонин, Рәзил Ғәләүетдинов, Марсель Әҙиуллин, Дмитрий Петкин, Сабирйән Шәрәфиев, Азамат Ибраһимов, Илнур Абдрахманов, Фәнис Шәйәхмәтов һәм Рафиҡ Зөфәров. Ураҡ эштәре йәмғеһе 6348 гектарҙа башҡарыла, шуның 5878 гектарын иген культуралары тәшкил итә, әлеге мәлдә уларҙың 1000 гектары эшкәртелә.
Шул уҡ баҫыуҙа комбайнсы Валентин Качанов (һүрәттә) урып-йыйыу эштәрен башҡара. Ул ун йылдан ашыу “Аҡтау” йәмғиәтендә эшләй, үҙен яҡшы белгес итеп күрһәтте.
– Миңә ҡалала йөрөгәнсе, ун ике сәғәт ялан гиҙеү яҡшыраҡ. Ҡала ығы-зығыһы минең өсөн түгел, – ти Валентин Николаевич.
“Аҡтау” ауыл хужалығы предприятиеһы башлығы Илдар Ниғәмәтйәнов етерлек күләмдә мал аҙығы әҙерләй алмаған шәхси хужалыҡтарға ярҙам итергә әҙер.
– Миңә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышырмын, – ти Илдар Сәғит улы.
Бының өсөн район хакимиәтенең мәғлүмәт-консультация үҙәге менән бәйләнешкә сығырға мөмкин. Хужалыҡ 200 – 350 килограмм тартҡан бесән рулондары әҙерләй. Хаҡы ауырлығына бәйле, 2000 һумдан башлана.
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 18 августағы 33-се һанында уҡығыҙ.