Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
21 Июль 2023, 16:15

Һауа торошо ҡыуандырмай

Яуым-төшөмдөң булмауы – район аграрийҙары өсөн төп проблема Мал аҙығы әҙерләү – мал ҡышлатыуҙа, юғары һауым алыуҙа мөһим факторҙарҙың береһе булып тора. Был йүнәлештә эштәргә күп факторҙар йоғонто яһай: техниканың әҙерлеге, эшселәрҙең тырышлығы һәм тәбиғәт торошо. Әммә һуңғыһы Мәсетле эшсәндәрен ҡыуандырмай. Көндәр май айынан алып ҡоро тора.

Һауа торошо ҡыуандырмай
Һауа торошо ҡыуандырмай

р май айынан алып ҡоро тора.
– Быйыл тәбиғәт беҙҙе сыҙамлыҡҡа һынай, – тип һөйләй Мәсетле районының иң эре ауыл хужалығы предприятиеларының береһе булған “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Юрис Латыпов. – Былтырғы кимәл менән сағыштырғанда, йәшел масса күләме күпкә түбәнерәк. Шуға күрә планлаштырылған 4000 тонна сенажды әҙерләү мөмкин булмаҫ, күрәһең, миҙгел аҙағына ла яҡынлаша.
Сенаж әҙерләү өсөн хужалыҡта кәрешкә һәм һоло ҡулланыла. 18 июлгә ҡарата 800 тонна, йәғни планлаштырылғандың 20 проценты әҙерләнгән.
Баҫыуҙарҙа эшсе ҡулдар етешмәй. Башлыса механизаторҙарға – 60 йәш, олораҡтары ла бар. Улар – үҙ хужалығында ғәйәт ҙур тәжрибәгә эйә булған, һәр эштең рәтен белгән хеҙмәткәрҙәр. Бына әле лә улар – тимер “ярҙамсылар” штурвалы артында. Мал аҙығы культураларын “Дон-608” комбайнында Радис Хәмиҙуллин һәм Радил Шаһиев йыя. Йәшел массаны баҫыуҙан сығарыуҙа “ЗИЛ” да – Вәғиз Шафиҡов менән Ринат Закиров, “КамАЗ” да – Ғималетдин Хужин, “Т-150” лә Әбделғәзе Сәбиғиәров эшләй.

Һүрәттә: тәжрибәле механизатор Ғәйнетдин Ғилметдинов валлы тағылма ураҡта (ЖВП-4.9) бесән саба

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 21 июлендәге 29ы һанында уҡығыҙ.

Автор: