Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
18 Июль 2023, 10:15

Әхйәмовтарҙың аграр династияһы

Һәр кешенең тормошонда иң мөһиме – йорт, ғаилә һәм балалар. Әгәр был ғаилә генә түгел, ә хеҙмәт династияһы һәм унда бер нисә кеше бер үк эште быуындан-быуынға эстафета кеүек тапшыра икән, ул яҡшы традиция булып китә.

Әхйәмовтарҙың аграр династияһы
Әхйәмовтарҙың аграр династияһы

Хеҙмәт династиялары совет осоронда дан ала. Хәҙер был күренеш һирәк осрай, айырыуса ауыл хужалығында. Әммә, шулай ҙа, ауылдарҙа йәшәп, ата-әсә эшен дауам итеүсе йәштәр бар.
Һүҙ Әжекәй ауылынан Әхйәмовтарҙың аграр династияһының дүрт быуыны тураһында барасаҡ. Уларҙың ергә бағышланған дөйөм эш стажы яҡынса 100 йыл тәшкил итә.
Династияға 1905 йылда тыуған Ҡыяметдин Әхйәм улы нигеҙ һала. Уның бөтә хеҙмәт эшмәкәрлеге ауыл хужалығы менән бәйле тиһәң дә була. Дөйөм хеҙмәт стажы яҡынса 31 йыл тәшкил итә, шуның 12 йылын ул аграр секторға бағышлай.
1939 йылдан 1942 йылға тиклем Ҡорғат ауылынан алыҫ түгел урынлашҡан “Комбайн” колхозы рәйесе вазифаһын башҡара. 1942 йылдың июнендә ул үҙ теләге менән фронтҡа китә. 1944 йылдың 13 майында, ауыр яраланып, һуғыш яланынан ҡайта һәм Әжекәй ауылындағы Ворошилов исемендәге колхоз рәйесе итеп һайлана.
Иң ауыр һуғыш йылдары: колхоз етештергән бөтә ауыл хужалығы продукцияһын фронтҡа алалар. Халыҡ аҙыҡ-түлек һалымы түләй. Колхозсылар аслы-туҡлы. Ҡыяметдин Әхйәм улына еңелдән булмай: хеҙмәт бурыстарын ғына түгел, өйҙәге мәсьәләләрҙе лә хәл итергә тура килә. Ул ваҡытта уның ҙур ғаиләһе ҡатыны Мөкәрәмәнән, үҙенең алты балаһынан һәм тәрбиәгә алынған алты баланан тора. 36 квадрат метр ҙурлыҡтағы йортта йәшәйҙәр. Төп байлығы – берҙән-бер һыйыр. Шул туйындыра ла инде ғаиләне.
Балалар үҙ аллы тормошҡа күнегеп, әсәләренә хужалыҡта ярҙам итә. Һәр кемдең өйҙә үҙ бурысы була. Уларҙа яуаплылыҡ, дисциплина, эшһөйәрлек кеүек сифаттар һалына.
Ҡыяметдин Әхйәм улы 1958 йылдың 16 февралендә 53 йәшендә, һуғышта алған яраларынан мандый алмай, вафат була. Уның ике улы һәм дүрт ҡыҙы ҡала.
1939 йылғы Марс Әхйәмов – Ҡыяметдин Әхйәм улының вариҫы. Һаулығы насар булыу сәбәпле, мәктәпте 20 йәшендә генә тамамлай.
1960 йылда Бәләбәй ҡалаһында киномеханиктар мәктәбендә белем ала. 1968 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын зоотехния һөнәре буйынса тамамлай. 1962 йылда Венера Фәйзрахман ҡыҙына өйләнә. Никахта улдары Марат, Салауат һәм Ринат тыуа.
Марс Ҡыяметдин улы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1957 йылда башлай. “Октябрҙең 40 йыллығы” колхозында баш иҡтисадсы, һуңынан “Әй” совхозында баш зоотехник булып эшләй.
1992 йылда М. Ҡ. Әхйәмов “Әй” совхозынан сығырға ҡарар итә һәм өс улы менән бергә үҙенең “Йәйғор” крәҫтиән фермер хужалығын ойоштора, уның башлығы була. Шул уҡ йылда райондың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ассоциацияһы рәйесе итеп һайлана, унда биш йыл эшләй.
Үҙ эшен ойоштороу өсөн хакимиәт етәкселеге һәм ер комитеты пайҙар бүлә. Ошо ярҙам, Әхйәмовтарҙың уңғанлығы һәм тырышлығы һөҙөмтәһендә уларҙың хужалығы районда алдынғыларҙың береһе булып китә.
Ул саҡта КФХ милкендә бер трактор, 12 баш һыйыр малы, 10 гектар ер була. Һөрөнтө ерҙе эшкәртәләр, ҡул менән сәсәләр, һөт тапшыралар, ит һаталар. Шул аҡсаға йәшәйҙәр, йорт төҙөйҙәр.
Атайҙың төп ярҙамсылары – улдары. Йылдар үтә, улар ҙа, үҙ ғаиләләрен ҡороп, крәҫтиән хужалығынан тыш шәхси ихаталарында 3-5 һыйыр, бер нисә үгеҙ, быҙау аҫрай.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 14 июлендәге 28е һанында уҡығыҙ.

Әхйәмовтарҙың аграр династияһы
Әхйәмовтарҙың аграр династияһы
Автор: