Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
14 Июль 2023, 10:30

Башҡортостан аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыуға төштө

Башҡортостан аграрийҙары уңыш йыйыуға төштө. Быйыл республиканың күпселек райондарында иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар ғәҙәттәгенән 10 көнгә алдараҡ өлгөрҙө. Быға иртәрәк сәсеү һәм июль айының эҫе булыуы йоғонто яһаны.

Башҡортостан аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыуға төштө
Башҡортостан аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыуға төштө

«Башинформ»ға республика етәксеһенең телеграм-каналынан билдәле булыуынса, Стәрлетамаҡ, Ейәнсура, Ауырғазы, Дәүләкән, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез райондарында ужым бойҙайын, борсаҡ һәм ужым шипкәнен йыялар. Мең гектар майҙан сабылған. Ике мең тоннанан ашыу ашлыҡ һуғылған. Бөтәһе 1 миллион 760 мең гектар майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы урып йыйыу бурысы тора.

«Аграрийҙарыбыҙға уңыштар!» - тип яҙҙы Радий Хабиров.

Автор:Ләйсән Закирова

Фото:Юрий Нестеренко / Радий Хәбировтың ТГ-каналы

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-07-13/bash-ortostan-agrariy-ary-igen-m-u-a-ly-kulturalar-y-yyyyu-a-t-sht-3338169 

Башҡортостан аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыуға төштө
Башҡортостан аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыуға төштө
Автор: