Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
14 Июль 2023, 11:45

Баҫыуҙарҙа һәм фермаларҙа – ҡыҙыу осор

Һөт һауып алыуМәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, 13 июлгә ҡарата йыл башынан алып бөтә милек формаһындағы малсылыҡ предприятиеларында тулайым һауым 5700 тонна самаһы тәшкил иткән. Был күрһәткес уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата үҙгәрмәгән.

Баҫыуҙарҙа һәм фермаларҙа – ҡыҙыу осор
Баҫыуҙарҙа һәм фермаларҙа – ҡыҙыу осор

“Йондоҙ” йәмғиәтендә һауым – 900 тонна, “Ҡыҙылбай” йәмғиәтендә – 90 тонна, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында 2000 тонна тәшкил иткән.
Йыл башынан алып бер һыйырҙан 32759 килограмм һөт һауылған. “Йондоҙ” йәмғиәтендә был күрһәткес – 4400 килограмға, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында – 13000 килограмға, “Ҡыҙылбай” йәмғиәтендә – 500 килограмға, “Ленинский” кооперативында 14859 килограмға еткән.
“Ленинский” кооперативында 700 баш һыйыр тотола, һуңғы алты айҙа һауым 25000 литр тәшкил иткән. Йәғни былтырғы кимәлдә. Быға һауа шарттары сәбәп булып тора, үләндең ҡыҫҡа булыуы мал аҙығының кәмеүенә килтерҙе.
– Мал аҙығын әҙерләү ваҡытында ҡышҡы осорға йәшел массаны әҙерләргә өлгөрөрбөҙ, һауым кимәле лә кәмемәҫ, тип ышанғы килә, – ти баш зоотехник Антон Акулов.
Ҡышҡы осорҙа һыйырҙар торған фермаларҙа ремонт эштәре үткәрелә: иҙәндәрҙе өлөшләтә алмаштырыу, ялан кәртәләрҙе ремонтлау, шулай уҡ ағартыу эштәре алып барыла. Иҙән, ялан кәртәләрҙе тулыһынса ремонтлағандан һуң бөтә ферманы ағартыу эштәре башҡарыласаҡ.

Мал аҙығы әҙерләү
Баҫыу эшсәндәре өсөн иң көсөргәнешле һәм яуаплы ваҡыт етте.
Район хужалыҡтарында малдар өсөн ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ – сенаж, бесән әҙерләү әүҙем алып барыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл көндәр ҡоро тора, шуға ла үләндең сифаты түбән.
Мәсетле районы буйынса ауыл хужалығы предприятиелары 19600 тонна бесән әҙерләү планлаштырған, шуның 2160 тоннаһы эшкәртелгән, планда 19300 тонна сенаж һалыу ҡарал- ған, 1120 тонна эшкәртелгән.
Сенаж һалыуға башлыса ужым арышы, күп йыллыҡ үләндәр, ҡандала үләне, башҡа культуралар инә. Эштәр барлыҡ технологик процестарҙы үтәп алып барыла. Техника һәм кешеләр яланда көн дауамында эшләй. Коллективтарҙың эш динамикаһы һәйбәт, темп кәмемәй, сөнки алда малдарҙы туҡ ҡышлатыуҙы тәьмин итеү, сифатлы мал аҙығы әҙерләү бурысы тора.
Һүрәттә: “Ленинский” кооперативы һауынсыһы Рима Нафиҡова.

Нурания ӘБДРӘХИМОВА
әҙерләне.

Автор: