Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
13 Июнь 2023, 10:50

Йәш фермерға уңыш йылмайҙы

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы 2023 йылда “Ғаилә фермаһын үҫтереү” программаһы буйынса һайлап алыу конкурсына йомғаҡ яһаны.

Йәш фермерға уңыш йылмайҙы
Йәш фермерға уңыш йылмайҙы

Йәмғеһе 53 ғариза тапшырылған. Грант отоусылар иҫәбендә Мәсетле районынан йәш фермер Илнар Ниғәмәтйәнов та бар. Ул 11,9 миллион һум күләмендә грант алды.
Йәш фермер был ярҙамды “Туман-3” һиптергесе һәм КС-100 “Чулпан” үҙйөрөшлө сабыу машинаһы һатып алыуға йүнәлтәсәк.
Илнар Илдар улы хеҙмәт эшмәкәрлеген Дыуан күп профилле колледжы студенты булған сағында уҡ башлай – көҙгө баҫыу эштәре ваҡытында “Аҡтау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә механизатор булып эшләй. Шул мәлдән алып алты йыл ваҡыт үтеп киткән.
2018 йылда урып-йыйыу кампанияһында иген культураларын һуғып алған студенттар араһында республика конкурсы призеры була, бының өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов тарафынан “Шевроле-Нива” автомобиле менән бүләкләнә.
2023 йылдың мартында Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлай, агроном һөнәренә эйә була.
2019 йылдан Илнар Илдар улы үҙ хужалығы менән етәкселек итә. Бер үк ваҡытта “Аҡтау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә баш механик булып эшләй. Уның ҡарамағында – 11 хеҙмәткәр.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 9 июндә 23е һанында уҡығыҙ.

Автор: