Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
17 Апрель 2023, 10:00

Мәсетле районында яҙғы баҫыу эштәре башланды

Иртә яҙ баҫыу эштәре башланыуын ике аҙнаға яҡынайтты. Март айы тамамланып өлгөрмәне, Мәсетле районы баҫыуҙарына техника сыҡты ла инде. Беренселәрҙән булып “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәтсәндәре төштө.

Мәсетле районында  яҙғы баҫыу эштәре башланды
Мәсетле районында яҙғы баҫыу эштәре башланды

– Яҙғы баҫыу эштәрен беҙ 3 апрелдә дым тотоу һәм арышты туҡландырыуҙан башланыҡ, – тип һөйләй хужалыҡ етәксеһе Юрис Латыпов. – Тупраҡ көҙҙән һөрөлдө. Был яҙғы иген культураларын ултыртыуға мөһим әҙерлек этабы. Бындай һөрөүҙе алдағы культураларҙы урып-йыйғандан һуң йәйҙең икенсе яртыһында эшләйҙәр һәм көҙ аҙағына тиклем дауам итәләр. Эшкәртелгән ер ҡышҡы осорҙа үтә түбән температура тәьҫирендә туңа, һәм был тупраҡтың азот, туҡлыҡлы матдәләр туплау, шулай уҡ ирегән ҡар һәм ямғырҙы һеңдереү һәләтен арттыра. Туңға һөрөү сүп үләндәренең тамыр-һабаҡтарын киҫеп, үҫенте, орлоҡтарҙы юҡ итеү юлы менән уларға ҡаршы көрәшергә мөмкинлек бирә.
Сәсеү алдынан тупраҡ әҙерләүҙең төп шарты – яҙ көнө тырматыу йәки дым ҡаплау. Был процесс яҙғы эштәр башланғас та, ер физик өлгөргәндән һуң уҡ башҡарыла. Был иң ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡарылырға тейеш, сөнки яҙғыһын ер тиҙ кибә һәм байтаҡ дым юғалта, ә был буласаҡ уңыш күләменә кире йоғонто яһай.

Һүрәттә (һулдан уңға): механизаторҙар Зәбир Зарипов һәм Ғәйнетдин Ғилметдинов, инженер Мәҡсүт Камалов.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 14 апрелендәге  15е һанында уҡығыҙ.

Автор: