Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
7 Апрель 2023, 14:55

Тенденцияны һаҡлап ҡалыу мөһим

Район Мәҙәниәт һарайында биш район вәкилдәре ҡатнашлығында 2023 йылда Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш урман-дала зонаһында яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү буйынса зональ агрономия конференцияһы уҙҙы.

Тенденцияны һаҡлап ҡалыу мөһим
Тенденцияны һаҡлап ҡалыу мөһим

Сарала БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов, БР ауыл хужалығы министры урынбаҫарҙары Ирек Сураҡов менән Павел Иофинов, Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, БР буйынса Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге филиалы етәксеһе Айҙар Хәмәтшин, Россельхознадзорҙың БР буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Иҙел Шәйәхмәтов, шулай уҡ республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары хакимиәттәре башлыҡтары, уларҙың урынбаҫарҙары, ауыл хужалығы бүлектәре начальниктары, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтарынан торған делегация ҡатнашты.
Фойела республика предприятиелары ҡатнашлығында күргәҙмә ойошторолдо. Улар үҙ хужалыҡтары етештергән продукцияны тасуирлаған һәм күрһәтелгән хеҙмәттәр тураһында мәғлүмәт яҙылған реклама буклеттары таратты.
Сара башланыр алдынан район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре концерт номерҙары менән сығыш яһаны.
Агроконференцияны Илшат Фәзрахманов асты. Ул тармаҡтағы төп йүнәлештәр хаҡында һөйләне, Баш-ҡортостан аграрийҙарына алдағы йылдарҙа уларға таянып эш итергә кәрәклеген белдерҙе.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 7 апрелендәге  14е һанында уҡығыҙ.

Автор: