Зона райондарында ҡар ҡалмаған тиерлек, ужым культуралары шытҡан баҫыуҙарҙы күреп ҡыуандым. Был Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышы өсөн ғәҙәти булмаған күренеш», — тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.
2023 йылдың яҙында баҫыу эштәре уҙған йылдарҙағы кеүек республиканың көньяғынан түгел, ә төньяҡ-көнсығыштағы Ҡыйғы районынан башланды. 30 мартҡа унда — 200 гектар ужым арышы, Баҡалы районында иһә 60 гектар ужым культуралары туҡландырылған.
Шулай итеп, республика аграрийҙары, яҡшы һауа шарттарынан файҙаланып, рекордлы уңыш алыуға өлгәште. Хәҙер әлеге тенденцияны киләһе йылдарға һаҡлап ҡалыу мөһим. Агроконференцияла ҡатнашыусыларға республикала яҙғы баҫыу эштәрен финанслау, техниканың әҙерлеге тураһында һөйләнеләр.
Фото:Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте