Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
22 Февраль 2023, 12:30

“Йондоҙ” үҙ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны

Уҙған аҙнала 2022 йыл йомғаҡтары буйынса “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәтсәндәренең йыйылышы уҙҙы.

“Йондоҙ” үҙ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны
“Йондоҙ” үҙ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны

Уның эшендә Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов, Яңы Мишәр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров, “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәм-ғиәте директоры Юрис Латыпов һәм предприятие коллективы ҡатнашты.
Осрашыу барышында ауыл эшсәндәре хужалыҡтың уҙған йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен тикшерҙе, 2023 йылға пландар билдәләне.
Коллегалары алдында сығыш яһап, предприятие директоры, уҙған йыл менән сағыштырғанда барлыҡ бүлексәләрҙә лә күрһәткестәр яҡшырҙы, тип билдәләне. Уҙған йылда һөт етештереү 771,5 тонна (2021 йылда – 657,5) тәшкил иткән, бойҙайҙы 2639 тонна әҙерләгәндәр (2021 йылда – 1827).
Бөгөнгө көндә кооперативта 48 кеше эшләй. Төп состав – ул пенсия алды йәшендәге кешеләр, ә йәштәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл хужалығына эшкә килмәй. Хужалыҡта һауынсылар һәм механизаторҙарға ихтыяж бар.
Уртаса айлыҡ эш хаҡы 18 мең һум тәшкил итә.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 22 февралдә 8е һанында уҡығыҙ.

Автор: