Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
5 Декабрь 2022, 09:15

Кооператив аша һөт һатыу ҡулайлы

Ауыл ерендә эш табыу еңел түгел, шуға ла халыҡ үҙҙәрен шәхси хужалыҡтары ярҙамында тәьмин итергә тырыша: һөттән төрлө ризыҡтар әҙерләй, һатып аҡса эшләй. Әммә, һатып алыу хаҡтары түбән булыу сәбәпле, йыш ҡына ауыл эшсәндәренең хеҙмәте арзанға төшә. Ауыл хужалығы кооперативтарына берләшеү продукцияның дөйөм күләме иҫәбенә отошлораҡ һатыу мөмкинлеге бирә.

Кооператив аша һөт һатыу ҡулайлы
Кооператив аша һөт һатыу ҡулайлы

Мәсетле районында 12 кооператив үҙ эшмәкәрлеген алып бара, уларҙың икәүһе уҙған йылда ғына ойошторолған. Кооперативтар ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү (ит, һөт продукттары, икмәк-ҡалас изделиелары һәм ярымфабрикаттар етештереү), уларҙы һауыттарға тултырыу, һатыу һәм ташыу менән шөғөлләнә.
Яңыраҡ ойошторолған кооперативтарҙың береһе – “Юлдаш”. Ул Мәсетле районында 2014 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығы булараҡ асылған. Һөләймән ауылынан Азат Ғарипов һәм уның яҡын туғандары башлап ебәрә был эште. Ул ваҡытта Азат Шәүкәт улы Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһенең Һабанаҡ, Ләмәҙтамаҡ, Һөләймән, Ҡотош ауылдарында һөт йыя. Артабан сеймалды Әләгәҙ ауылының һөт заводына илтеп тапшыра.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 2 декабрҙә 48е һанында уҡығыҙ.

Автор: