Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
3 Ноябрь 2022, 09:35

Башҡортостанда иң яҡшы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләнеләр

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Колонналы залында республиканың агросәнәғәт комплексы һәм аҙыҡ-түлек индустрияһының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды. Тиҫтә йылдан ашыу ауыл хужалығы продукцияһын етештереү өлкәһендә эшләгән тракторсылар, агрономдар, малсылар, крәҫтиән хужалыҡтары етәкселәре наградалар менән билдәләнде. Йәмғеһе 50 кеше. Дәүләт наградалары Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тапшырылды.

Башҡортостанда иң яҡшы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләнеләр
Башҡортостанда иң яҡшы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләнеләр

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы квалификациялы кадрҙар, ошо тармаҡҡа тоғро булған хеҙмәткәрҙәр ярҙамында ҡуйылған бурыстарҙы һәр ваҡыт теүәл үтәне һәм үҙ маҡсатына табан барҙы, тип билдәләнеләр тантанала.

«Рәсәйҙә агросәнәғәт комплексы лидерҙарының береһе булған республикабыҙ йылдан-йыл үҙ позицияларын нығыта, бында ла һеҙҙең өлөшөгөҙ бик ҙур, — тип мөрәжәғәт итте ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин. — Һис шикһеҙ, һеҙҙең хеҙмәтегеҙ түҙемлек, ныҡышмалылыҡ, яуаплылыҡ, тыуған ергә һөйөү талап итә».

«Башинформ» агентлығы республика етәксеһе Радий Хәбировҡа һылтанып хәбәр иткәнсә, быйыл Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының уңышы 1980 йылдарҙан тәүге тапҡыр 5 миллион тоннаға еткән.

«Республикабыҙҙың ауыл хужалығы инвесторҙарҙы йәлеп иткән тармаҡҡа әүерелде. Хәҙерге ваҡытта төбәктә дөйөм суммаһы 110 миллиард һумлыҡ 60-тан ашыу инвестиция проекты уңышлы тормошҡа ашырыла, —  тип хәбәр итте Максим Забелин. — Әйткәндәй, Башҡортостанда ауыл хужалығы техникаһын яңыртыуға баҫым яһала. Быйыл ғына аграрийҙарыбыҙ 2 меңдән ашыу берәмек ошондай техника һатып алған».

Бөгөн дәүләт наградалары менән бүләкләнгәндәр араһында Ишембай районының «Еңеү» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Геннадий Лейтер ҙа бар. Максим Забелин һүҙҙәренсә, ул — лайыҡлы һәм үҙенсәлекле етәкселәрҙең береһе.

«Геннадий Григорьевичтың башҡарған эштәрен һанап бөтөрөрлөк түгел. Чита өлкәһендә тыуып үҫеп, медицина университетын тамамлағас, ул республикабыҙ ауыл хужалығында үҙ һәләттәрен лайыҡлы тормошҡа ашырҙы, — тине Забелин. — Тармаҡта эшләү осоронда ул предприятиеға оҫта етәкселек итеп кенә ҡалмай, ауыл халҡына ла әүҙем ярҙам күрһәтә. Уның етәкселегендә ҡорамдар һәм мәсеттәр төҙөлә, ауыл дауаханалары һәм мәктәптәре өсөн яңы ҡорамалдар һатып алына, юлдар төҙөлөшө финанслана һәм ауыл биләмәләренең заманса йөҙө булдырыла. Бынан тыш, ишле ғаиләләр ҙә Геннадий Лейтерҙың иғтибар үҙәгендә. Ҡиммәтле операциялар өсөн аҡса түләй. Ул тәүгеләрҙең береһе булып Донбасҡа гуманитар ярҙам ебәрҙе һәм леге көндә мобилизацияланған ир-егеттәребеҙҙе кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итә».

Фото:Олег Яровиков
 
Башҡортостанда иң яҡшы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләнеләр
Башҡортостанда иң яҡшы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләнеләр
Башҡортостанда иң яҡшы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләнеләр
Башҡортостанда иң яҡшы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләнеләр
Автор:Лариса Михалькова