Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
28 Октябрь 2022, 11:00

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса уҡыуҙар

Яңауыл районы территорияһында сусҡаларҙың Африка тағуны сығанағын бөтөрөү буйынса команда-штаб уҡыуҙары уҙҙы.

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү  һәм бөтөрөү буйынса уҡыуҙар
Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса уҡыуҙар

Сарала Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин, сусҡасылыҡ хужалыҡтары етәкселәре, район ветеринария станциялары начальниктары, сусҡа малы үрсетелгән райондар хакимиәттәре башлыҡтарының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫарҙары ҡатнашты.
Мәсетле районы делегацияһы составына район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов, Мәсетле районы ветеринария станцияһы начальнигы Миләүшә Хамматова һәм “Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативының баш зоотехнигы Антон Акулов инде.
Уҡыу программаһы буйынса Яңауыл районы ауылдарының береһендә дүрт баш сусҡа һәләк булған тип ҡарала. Башҡортостан ғилми-етештереү ветеринария лабораторияһына ебәрелгән материалда сусҡаларҙың Африка тағуны диагнозы ҡуйылған. Зарарланыу сығанағы – шәхси ярҙамсы хужалыҡ. Баш ветеринария идаралығы сығанаҡты бөтөрөү өсөн эпизоотик отряд ебәргән. Биш ауыл ингән 5 км радиустағы тәүге хәүеф янаған зона билдәләнгән. Бында бөтә 30 баш сусҡа яндырылырға тейеш.
100 км радиустағы икенсе хәүефле зонаға һәр төрлө ауыл хужалығы продукцияһын индереүгә һәм сығарыуға карантин индерелә.
– Сарала ғәҙәттән тыш хәл барлыҡҡа килгән осраҡта һәр хеҙмәттең эш барышы күрһәтелде. Артабан бындай уҡыуҙар дауам ителәсәк һәм райондың ошондай хәлгә әҙерлеген билдәләү өсөн алдан иҫкәртеүһеҙ теләһә ҡайһы районда үткәреләсәк, – тине Азат Салауат улы.
Сусҡа малын ҡараған шәхси ярҙамсы хужалыҡтар иғтибарына!
Малдарҙың сәләмәт торошон тәьмин итеү һәм иҡтисади юғалтыуҙарға юл ҡуймау маҡсатында ҡағиҙәләрҙе иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:
1. Сусҡа малын ябып аҫрауҙы, уны аҫрауҙың ветеринария ҡағиҙәләрен үтәүҙе тәьмин итергә;
2. Тирә-яҡ мөхитте малсылыҡ ҡалдыҡтары менән бысратыуға юл ҡуймаҫҡа;
3. Ветеринария хеҙмәтенә вакцинация үткәреү өсөн сус-ҡалар һанын бирергә;
4. Сусҡаларҙы һәм улар торған урындарҙы ҡан эскес бөжәктәрҙән (талпан, бет, бөрсә) ун көн һайын эшкәртергә, кимереүселәргә ҡаршы даими көрәш алып барырға;
5. Дәүләт ветеринария хеҙмәте менән килешмәйенсә сусҡаларҙы территорияға кертмәҫкә;
6. Зарарһыҙландырылмаған мал аҙығын, айырыуса һуғым ҡалдыҡтарын файҙаланмаҫҡа;
7. Сусҡаларҙың ауырыу һәм ҡапыл үлеү осраҡтары тураһында Мәсетле районы ветеринария станцияһының ветеринар хеҙмәткәрҙәренә 8 (34770) 2-00-92, 2-12-52 телефондары буйынса хәбәр итегеҙ.
Сусҡаларҙың Африка тағуны сығанағы барлыҡҡа килеүгә, уның таралыуына килтергән эштәр өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған!
Айгөл ШАРАПОВА.

Автор:Лариса Михалькова