Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
26 Октябрь 2022, 09:10

Быйыл арыш уңған

Мәсетле районында урып йыйыу эштәренә йомғаҡ яһалды. Мәсетле районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында хәбәр итеүенсә, уңыш быйыл ҡыуандыра.

Быйыл арыш уңған
Быйыл арыш уңған

Ямғыр сәсеү эштәре ваҡытында баҫыуҙа эштәрҙе тулы күләмдә башҡарырға ирек бирмәһә лә, культуралар тулыһынса дым менән туйынды, шуға күрә йылы көндәрҙә үҫентеләр тамыр ебәреп, нығынып ҡалды.
Ураҡ ваҡытында көндәр яуым-төшөмһөҙ торҙо, был игенде ҡоро килеш йыйып алырға мөмкинлек бирҙе. Бөгөн райондың барлыҡ хужалыҡтары иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын урып йыйыуҙы тамамлаған, майҙандарҙың 100 проценты һуғылған, уңыш гектарынан уртаса 20,2 ц тәшкил итә.
Иң уңышлы башаҡ культураһы – арыш, ул гектарынан уртаса 26 ц тәшкил итә, шулай уҡ яҙғы культураларҙан арпа (22,2 ц), бойҙай (20,3 ц), һоло (18,1 ц), ҡарабойҙай (7 ц) яҡшы уңыш бирҙе. Борсаҡтың уңышы гектарынан 21 центнерҙан ашыу тәшкил итте.
Майлы культуралар араһында рапс гектарынан 9,6 ц бирҙе, етен һәм ужым шипкәне – гектарынан 5 центнерҙан күберәк, эт ҡуҙағы – уртаса 3,4 ц.
Хужалыҡтарҙың үҙ-ара ярҙамы һөҙөмтәһендә бөтә уңыш бураларға һалынған: эшкәрткәндән һуң 44,5 мең т алынған, был уҙған йылғы күрһәткестән 82 процентҡа күберәк (2021 йылда – 24,4 мең т).
– Был миҙгелдә иген һәм майлы культураларҙы етештереүҙең артыуына башлыса һауа шарттары, шулай уҡ заманса агротехнологиялар индереү, сорттар яңыртыу, минераль ашлама һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын дөрөҫ ҡулланыу булышлыҡ итте, – тип билдәләй Вадим Рәйес улы.
Быйылғы уңыш өсөн 4018 т кондициялы, шул иҫәптән һатып алынған 1086 т юғары репродукциялы орлоҡ сәселгән, 325 т күләмендә минераль ашламалар индерелгән, был сәсеү майҙанының 1 гектарына 9,3 кг тәшкил итә (2021 йылда – 6,8 кг/га). Был алдынғы хужалыҡтарға ашлыҡ һуғыуҙа яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек биргән. Шулай итеп, “Аҡтау” ауыл хужалығы предприятиеһы эшсәндәре 15119 т иген йыйып алған (гектарынан уртаса уңыш – 25,7 ц), “Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативында – 8068 т (18,2 ц), “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – 2378 т (23,4 ц), “Ҡыҙылбай” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – 1071 т, “Батыр” – 856 т (икеһендә лә уңыш – гектарынан 17 ц). МТС ике мең тоннанан ашыу иген алған, уңыш бер гектарҙан 18,3 ц тәшкил итә.
Шулай уҡ уңыш йыйыуға, ауыл хужалығы предприятиеларынан тыш, шәхси эшҡыуарҙар һәм фермер хужалыҡтары тос өлөш индерҙе. Районда алынған игендең 35 проценты улар өлөшөнә тура килә – һигеҙ мең гектарҙан ашыу майҙандан 16,3 мең т йыйып алғандар. Ураҡты “Ниғәмәтйәнов И. И.” крәҫтиән-фермер хужалығы (4351 т, гектарынан 22,3 ц), “Бәҙретдинов В. В.” (1489 т, гектарынан 18,4 ц), “Нәсибуллин Р. Т.” (692 т, гектарынан 21 ц), “Зиялтдинов Р. А.” һәм “Зиялтдинов И. А.” крәҫтиән-фермер хужалыҡтары (1379 т, гектарынан 20,8 ц), “Ғилметдинов И. А.” (1135 т, гектарынан 17,6 ц) кеүек фермерҙар уңышлы атҡарҙы.
Светлана СЕРГЕЕВА
әҙерләне.

Автор:Лариса Михалькова