Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
17 Октябрь 2022, 09:30

Берҙәм хеҙмәт һөҙөмтә бирә

Мәсетле районы ауыл хужалығы предприятиелары тураһында һөйләүҙе дауам итәбеҙ.

Берҙәм хеҙмәт һөҙөмтә бирә
Берҙәм хеҙмәт һөҙөмтә бирә

Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары Мәсетле районының агросәнәғәт комплексы структураһында ҙур өлөш биләй. Шуға күрә уларҙың был өлкәләге роле баһалап бөткөһөҙ. КФХ башлығы Ришат Тимерйән улы Нәсибуллин үҙ эшен туғыҙ йыл элек Әжекәй ауылында башлаған. Бөгөн ул – районда иң уңышлы эшләгән фермерҙарҙың береһе.
Хужалыҡ йүнәлеше – үҫемлекселек. Фермер хужалыҡ эшмәкәрлеген йыл һайын ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү мөмкинлеген күҙ уңында тотоп төҙөй. Шул рәүешле ул бөгөн 500 гектар ерҙе эшкәртеүгә өлгәште.
Быйыл 300 гектарға яҡын иген культуралары – бойҙай, һоло, арпа, ужым арышы сәселгән, 100 гектарҙа күп йыллыҡ үләндәр үҫә, шунса гектар пар баҫыуына бүленгән.
Крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығына эшмәкәрлегендә тормош иптәше Анфиса Сергеевна һәм улдары ярҙам итә. Олоһо – үҙе ғаилә башлығы, әммә шуға ҡарамаҫтан, сәсеү һәм урып-йыйыу эштәрендә атаһына ярҙам итергә ваҡыт таба. Уртансыһы яңы һөнәр алған, кесеһе – уҡыусы, әммә 10 йәштән ул хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашып йөрөй.
Айырыуса көсөргәнешле ваҡытта миҙгелле эшкә тағы ике механизаторҙы йәлеп итәләр.
– Уңыш быйыл ҡыуандыра, – тип һөйләй фермер. – Гектарынан – уртаса 30 центнер самаһы. Әммә, шул уҡ ваҡытта, иген культуралары өсөн һатып алыу хаҡтары уҙған йыл менән сағыштыр-ғанда һиҙелерлек төшкән. Шуға күрә продукцияны һатыу менән ҡыйынлыҡтар килеп тыуа.
Быйыл Ришат Нәсибуллиндың хужалығы юғары продукт-лы орлоҡ һатып алыу өсөн субсидия һәм гектарлап субсидиялау өсөн матди ярҙам алды.
Әлеге ваҡытта, урып йыйыу эштәре тамамланғас, техниканы киләһе ауыл хужалығы йылына әҙерләү тураһында уйларға ваҡыт. Фермерҙың ике ДТ һәм ике МТЗ тракторы бар. Эш һөҙөмтәһе уларҙың әҙерлегенән тора.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Автор:Лариса Михалькова