Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
16 Сентябрь 2022, 15:00

Мәсетле ерендә эшләгән һәр кемгә ярҙамға әҙерҙәр

Крәҫтиән эше ғәҙәти квартал йәки ярты йыллыҡтар менән үлсәнмәй. Ауыл эшсәндәренең үҙ календары бар. Ул сәсеү, бесән сабыу, ураҡ, мал ҡышлатыу менән билдәләнгән. Һауа шарттарына ҡарап, һәр йыл – үҙенсәлекле. Ул аграрийҙарҙы сыҙамлыҡҡа, өлгөрлөккә һәм профессионализмға һынай. Йыл һайын республика аграрийҙары Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте эшсәндәре көнөндә ауыл хужалығы йылына йомғаҡ яһай.

Мәсетле ерендә эшләгән һәр кемгә ярҙамға әҙерҙәр
Мәсетле ерендә эшләгән һәр кемгә ярҙамға әҙерҙәр

Был байрам алдынан район гәзите үҙенең уҡыусыларын ауыл хужалығына туранан-тура ҡағылышы булған мәсетлеләр менән таныштырасаҡ. Бөгөн һүҙ – “Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы мәғлүмәт-консультация үҙәге” муниципаль бюджет учреждениеһы тураһында.
Был учреждение 2008 йылдың мартында булдырылған. Тәүҙә штат 2 белгестән тора. Бөгөн ул ауыл хужалығы бүлегенән (унда 11 хеҙмәткәр эшләй) һәм Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенән (етәксеһе – Виктор Грищенко һәм биш диспетчер) тора.
Ауыл хужалығы бүлеге менән яҡынданыраҡ таныштырабыҙ. 2010 йылдың ғинуарынан алып район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге бөтөрөлдө һәм бөтә функциялар Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәгенә тапшырылды. Үҙәк муниципаль район хакимиәте ҡарамағындағы юридик ойошма булып тора. Учреждениеның төп бурысы – ауыл хужалығы етештереүселәренә, шул иҫәптән шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға үҫемлекселек, малсылыҡ, иҡтисад, бухгалтер иҫәбе, дәүләт ярҙамы саралары, кадрҙар һәм юридик мәсьәләләр буйынса ярҙам күрһәтеү.
Бөгөн мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Владимир Филимонов. Учреждение штаты – ул Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Салауат Зәбихуллин, баш зоотехник Евгений Минко, баш инженер Ирек Батталов, белгес Лилиә Минко, бәләкәй хужалыҡ формаларына ярҙам һәм ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү буйынса төп белгес Вадим Гаврилов, баш бухгалтер Зифа Яковлева, юрист-консультант Эдгар Әхмәтшин, баш иҡтисадсы Светлана Таксанова, водитель Айҙар Хәмиҙуллин һәм йыйыштырыусы Татьяна Коробкина.
Көн һайын Мәсетле районы халҡы белгестәргә төрлө мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итә. Хеҙмәткәрҙәр уларға яңы технологиялар индереү, техника һатып алыу, производствоны ойоштороу буйынса теоретик, практик ярҙам күрһәтә.
– Беҙҙең муниципалитетта, статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, ауыл хужалығы әйләнешендә 106,9 мең гектар ауыл хужалығы ерҙәре иҫәпләнә, шул иҫәптән биләмәләр структураһында һөрөнтө ерҙәр майҙаны – 51,7% йәки 55,3 мең гектар. 21,6 процентты йәки 30 мең гектарҙы сабынлыҡ һәм көтөүлектәр тәшкил итә, – тип һөйләй Владимир Петрович. – Уларҙың барыһы ла эшкәртелергә, эшкә ҡушылырға, фермерға табыш килтерергә тейеш.
Мәсетле районында алты ауыл хужалығы предприятиеһы – “Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативы, “Аҡтау” ауыл хужалығы предприятиеһы, “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Ҡыҙылбай”, “Батыр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, шәхси эшҡыуар В. В. Бәҙретдинов, шулай уҡ 85-тән ашыу крәҫтиән (фермер) хужалығы, 12 кооператив һәм ете меңдән ашыу шәхси ярҙамсы хужалыҡ эшләй.
Мәғлүмәт-консультация үҙәге хеҙмәткәрҙәре алдында бөтә милек формаһындағы хужалыҡтарҙың уңышлы эшләүе, район һәм республика мәнфәғәтенә үҫешеү бурысы тора. Ошо маҡсатта улар кәрәкле иҡтисади һәм экологик мәғлүмәт менән бүлешә, үҫемлекселектә, малсылыҡта төрлө мәсьәләләр буйынса кәңәштәр бирә, уларға социаль программаларҙа ҡатнашырға ярҙам итә, үҫеш буйынса оптималь ҡарарҙар эҙләй.
Бынан тыш, уларҙың эшмәкәрлек һөҙөмтәһе булып яңы ауыл хужалығы предприятиеларын һәм хужалыҡтарын булдырыу тора. Дәүләт ярҙамы саралары һөҙөмтәһендә 2018 йылдан алып 12 ҡулланыусылар кооперативы ойошторолған. Улар үҙҙәренең ҡатнашыусыларына шәхси ярҙамсы һәм фермер хужалыҡтарында етештерелгән продукцияны һатырға ярҙам итә. 2021 йылда кооперативтарҙа һатып алынған һәм эшкәртелгән ауыл хужалығы продукцияһын һатыу күләме 74 миллион һумға еткән һәм йыл һайын 15-20 процентҡа арта. Был эштә төрлө программалар ярҙамға килә – яңы эш башлаған фермерҙарға, ғаилә фермаларына, яңы эш башлаған кооперативтарға грант ярҙамы.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, 2012 – 2019 йылдарҙа Мәсетле районының мәғлүмәт-консультация үҙәге гранттар һаны буйынса республикала икенсе урында торҙо, бөгөн ул – иң яҡшы ун лидер иҫәбендә. Ошо йылдар эсендә 129 миллион һумлыҡ 49 грант алынған. Мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре халыҡҡа дәүләт ярҙамы саралары тураһында мәғлүмәт еткерергә, теләге булған һәр кемгә ауыл хужалығы өлкәһендә эшҡыуар булырға ярҙамлашырға һәм район иҡтисадына мөмкин тиклем күберәк йүнсел кешеләрҙе йәлеп итергә тырыша.
2022 йылдың һигеҙ айында ауыл хужалығы тауар етештереүселәренә Баш-ҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы линияһы буйынса 48,2 миллион һумлыҡ, шул иҫәптән урындағы бюджеттан биш миллион һум субсидиялар һәм гранттар биреүгә документтар әҙерләү буйынса практик ярҙам күрһәтелде. Былар барыһы ла уңайлы инвестицион мөхит булдырыуға һәм аграр бизнесты әүҙем үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Үҙәктең уңышлы эшләүенең төп күрһәткесе булып, әлбиттә, үҙәк оҙатып барған кооператив, йәмғиәт, крәҫтиән (фермер) һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар эшмәкәрлеге күрһәткестәре тора. Ошо йылдың һигеҙ айында тулайым ауыл хужалығы продукцияһы күләме 1 миллиард 141 миллион 38 мең һум тәшкил иткән. Шуның 354311 мең һумы – ауыл хужалығы предприятиелары продукцияһы, 294162 меңе – крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, 492565 меңе – шәхси ярҙамсы хужалыҡтар продукцияһы.
Намыҫлы һәм күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Владимир Филимонов, зоотехник Евгений Минко, инженер Ирек Батталов, агроном Салауат Зәбихуллин, кадрҙар бүлеге инспекторы Гөлдәр Солтанова төрлө йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының маҡтау грамоталарына лайыҡ булды. Салауат Зәбихуллиндың тырыш хеҙмәте Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты менән билдәләнде.
Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге йыл һайын Мәскәү ҡалаһында уҙғарылған “Алтын көҙ” бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша һәм көмөш, бронза миҙалдарға лайыҡ була.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Автор:Лариса Михалькова