Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
16 Сентябрь 2022, 12:10

Бөртөклөләрҙең 80 проценттан ашыуы йыйып алынған

Башҡортостан аграрийҙары иген культуралары майҙандарының 84 процентын һуғып алған, был – 1 миллион 470 мең гектар. Ошо мәғлүмәтте 12 сентябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов килтерҙе.

Бөртөклөләрҙең 80 проценттан ашыуы йыйып алынған
Бөртөклөләрҙең 80 проценттан ашыуы йыйып алынған

Тулайым төшөм 4 миллион 296 мең тонна тәшкил иткән, уртаса уңыш – гектарынан 29,3 центнер. Шул уҡ ваҡытта Ауырғазы, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош һәм Ҡырмыҫҡалы райондары аграрийҙары бер гектарҙан 40 центнерҙан ашыу иген алған.
Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, район аграрийҙары иген культуралары май-ҙандарының 87,2 процентын йыйған. “Батыр” яуаплылығы сикләнгән йәм-ғиәте бөтә эштәрҙе башҡарған – 500 гектар, уртаса уңыш гектарынан 18,4 центнер тәшкил иткән; “Ҡыҙылбай” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – 700 гектар, гектарынан – 17,4 центнер; “Ниғәмәтйәнов И. И.” крәҫтиән-фермер хужалығы – 1950 гектар, гектарынан – 23,5 центнер; “Зиялтдинов” крәҫтиән (фермер) хужалығы – 662 гектар, гектарынан – 18,4 центнер.
Ужым арышы, арпа, һоло һәм борсаҡ йыйыу эштәре тулыһынса тамамланған. Кәрешкә (82,9%) һәм бойҙай (77,1%) йыйыу буйынса эштәр тамамланыуға яҡынлаша. Ҡарабойҙай – 40,4%, рапс – 54,3%, бүҙәнә ҡуҙағы – 66,7%, етен 1,4 % майҙандарҙа йыйып алынған.


Шул арала
Рәсәй аграрийҙары ҡарабойҙай уңышын йыйыуға төштө. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ярма культураһын илдең 49 субъектында үҫтерәләр. Алтай крайы, Курск, Воронеж һәм Орел өлкәләре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһы тулайым йыйымдың яҡынса 75 проценты тура килгән лидер төбәктәр иҫәбенә инә.
8 сентябргә ҡарата илдең ауыл хужалығы етештереүселәре 230 мең тонна ҡарабойҙай йыйған, был уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткестән 140 мең тоннаға күберәк. Фараздар буйынса, тулайым йыйым 2021 йылғы кимәлдән артыр һәм эшкәртеү предприятиеларының эшен тулыһынса тәьмин итер тип көтөлә.
Башҡортостанда ағымдағы йылда ҡарабойҙайҙың уңышы яҡшы: гектарынан – 12,9 центнер. Бөгөн ярма культураһы майҙандарының 45 проценттан ашыуы һуғылған, тулайым һуғып алынған ҡарабойҙай 42,5 мең тонна тәшкил итә. Тулайым йыйым буйынса Илеш, Кушнаренко, Балтас райондары алдынғылыҡты бирмәй (һәр береһендә 3,5-4,8 мең тонна һуғылған).
Федераль аграр министрлыҡта билдәләүҙәренсә, Рәсәйҙә ҡарабойҙай етештереү эске баҙарҙың ихтыяжын тулыһынса ҡаплай. Шул уҡ ваҡытта был культура буйынса экспорт потенциалын тормошҡа ашырыу маҡсатында Ауыл хужалығы министрлығы сәсеү майҙандарын киңәйтеү, заманса технологиялар, минераль ашламалар индереү күләмен арттырыуға һәм юғары продуктлы орлоҡтар ҡулланыуға йүнәлтелгән системалы эште дауам итә.

Автор:Лариса Михалькова