Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
9 Сентябрь 2022, 09:40

Мал һатып алам тиһәң

Ғәҙәттәгесә көҙ ахыры, ҡыш башы – мал һәм ҡаҙ-өйрәктәр һуйыу осоро. Ауыл халҡы был ваҡытта ит туплай. Йорт хайуандары аҫрамаған башҡа мәсетлеләр итте төрлө фермерҙарҙан, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙан һатып ала.

Мал һатып алам тиһәң
Мал һатып алам тиһәң

Һатыусыларға итте нисек дөрөҫ һатырға, ә һатып алыусыларға нисек сифатлы, хәүефһеҙ продукция алырға? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Мәсетле районы ветеринария станцияһы етәксеһе Миләүшә Хамматова яуап бирә.
– Әлеге ваҡытта районға ветеринария хеҙмәтенән оҙатыу документтары булмаған һәм тикшереү үтмәгән малдарҙы муниципалитеттан ситтән райондың крәҫтиән (фермер) һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарына индереү осраҡтары булыуы ихтимал.
Шуға бәйле ауыл хужалығы малдары һәм кешеләр өсөн айырыуса хәүефле ауырыуҙар (туберкулез, бруцеллез, лейкоз, лептоспироз һәм башҡалар) барлыҡҡа килеүе ихтимал. Шуға күрә, милек формаһына ҡарамаҫтан, бөтә мал хужалары (шәхси ярҙамсы, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары) ветеринария закондары талаптарын теүәл үтәргә тейеш. Тоҡомсолоҡ һәм производство маҡсатында сығарыуға (алып ҡайтыуға) тәғәйенләнгән бөтә малдарға бирка ҡуйырға (чип) һәм мотлаҡ ветеринар эшкәртеүен үткәрергә кәрәк.
Хайуандарҙы ветеринар эшкәртеү хужаның йортонда, шул иҫәптән граждандар хужалығында үткәрелә.
Һатыуға һайлап алынған малдар хужалыҡтан сығарылғанға тиклем 21 көндән дә һуңға ҡалмайынса башҡа малдарҙан айырым торорға, профилактик карантинға ҡуйылырға, яҡшы тәрбиә, аҫрау һәм ашатыу шарттары менән тәьмин ителергә тейеш. Был малдар ветеринар тарафынан ентекле тикшерелә: һыйыр малдары – бруцеллез, туберкулез, лептоспироз, лейкоз, вибриоз һәм трихомоноз, бешмә, нодуляр дерматитҡа; һарыҡтар – бруцеллез, листериоз, хламидиоз, йоғошло эпидидимит, вируслы (энзоотик) аборт, бешмәгә; кәзәләр – бруцеллез, листериоз, вируслы (энзоотик) аборт; сусҡалар – бруцеллез, туберкулез, лептоспироз, сусҡаларҙың африка тағунына; аттар – маңҡа ауырыуы, тороғоу, йоғошло анемия һәм лептоспирозға.
Ошо ҡағиҙәләрҙең 3-сө пунктына ярашлы үткәрелгән тикшереүҙәрҙән һуң 30 көн эсендә малдар хужалыҡтарҙан сығарылмаған осраҡта, уларҙы сығарыр алдынан күрһәтелгән ауырыу-ҙарға ҡабаттан тикшерәләр.
Хужалыҡтарҙан хайуандарҙы сығарыр алдынан талаптар үтәп, профилактик вакцинация үткәрелә.
Ветеринария белгесе (йәиһә ҡабул итеүсе) ошо ҡағиҙәләрҙе йәки малды ветеринар эшкәртеүҙең билдәләнгән тәртибен боҙоу осрағын асыҡлаған осраҡта, малдарҙы хужалыҡтан сығарыуға юл ҡуйылмай.
Һәр партия малға “Меркурий” дәүләт мәғлүмәт системаһында электрон төрҙә 1-се форма буйынса (район эсендә – 4-се белешмә) ветеринария таныҡлығы бирелә. Шуға күрә хайуандарҙы ташыусы йәиһә һатыусы бөтә граждандар ҙа был системала теркәлергә тейеш.
Ветеринария оҙатыу документтары уны алған көндән алып һәм ташый башлағанға тиклем биш көн дауамында ғәмәлдә була. Малдарҙы биш көн эсендә сығарғанда, ветеринария документтары уларҙы ташыу тамамланғансы ғәмәлдә ҡала.
Тәғәйенләнеш пункты һәм ҡайтыу пункты күрһәтелгән осраҡта (күргәҙмә, тамаша саралары һәм башҡалар) яңы ветеринария таныҡлығы биреү талап ителмәй.
Мал хужаларына малдарына алты айлыҡтан башлап тулы күләмдә яҙғы һәм көҙгө ветеринария-профилактика сараларын үткәрергә кәрәк. Ветеринария эшкәртеүенә тиклем хайуандарға гельминтизация үткәреү мөһим (паразиттар менән көрәшеү).
Районда тикшереү үтмәгән, вакцина ҡуйылмаған, шулай уҡ ветеринария хеҙмәтенең оҙатыу документы булмаған малдарҙы һатып алырға ярамай.
Кешеләрҙең туберкулез, бруцеллез һәм башҡа айырыуса хәүефле сирҙәр менән ауырыуына юл ҡуймау өсөн, шәхси хужалыҡтан тикшерелмәгән һәм вакцинацияланмаған хайуандарҙың һөтөн һәм ит продукцияһын баҙарҙа һатыу тыйыла. Ошо продукцияны һатып алғанда мал хужаларынан 4-се формалағы ветеринария белешмәһен талап итеү мотлаҡ.
Райондан, республиканан ситтән һыйыр малы, һарыҡ, сусҡа һатып алғанда, милек формаһына ҡарамаҫтан, хужалыҡ етәкселәренә, шәхси эшҡыуарҙарға, халыҡҡа район ветеринария станцияһының баш ветеринар табибына мал индереү тураһында яҙма формала ғариза яҙып, хәбәр итергә кәрәк.
Светлана СЕРГЕЕВА
әҙерләне.

Автор:Лариса Михалькова