Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
9 Сентябрь 2022, 10:50

Икенсе ун көнлөк еңеүселәре билдәләнде

Районда урып-йыйыу эштәренең икенсе ун көнлөгөндә иң яҡшы механизаторҙар билдәләнде.

Икенсе ун көнлөк еңеүселәре билдәләнде
Икенсе ун көнлөк еңеүселәре билдәләнде

Иген урыу комбайндары буйынса.
5-се рәттә: беренсе урында – “Аҡтау” йәмғиәтенән Дмитрий Петкин, ул КЗС-12.18 “Полесье” комбайнында 238 гектарҙан 611 тонна иген һуғып алған; икенсе урында – шул уҡ хужалыҡтан Рафиҡ Зөфәров, КЗС-12.18 “Полесье”, 222 гектар (570 тонна); өсөнсө – Андрей Еремин, КЗС-12.18 “Полесье”, 194 гектар (498 тонна).
4-се рәттә: еңеүсе – Владимир Носков, “Ленинский”, КЗС-812 “Полесье”, 167 гектар (331 тонна); икенсе урында – Салауат Латипов, “Йондоҙ”, Дон-1500, 116 гектар (402 тонна); өсөнсө – Азамат Ибраһимов, “Аҡтау”, КЗС-10 “Полесье”, 145 гектар (329 тонна).
2-се рәттә: беренсе урында – Әбделғәзе Сәбиғиәров, “Йондоҙ”, СК-5 “Нива-Эффект”, 175 гектар (424 тонна); икенсе урында – Александр Крашенинников, СК-5 “Нива-Эффект”, 162 гектар (320 тонна).
Йөк автомобилдәре водителдәре араһында беренсе урынды “Аҡтау” йәмғиәтенән Зифат Ғиниәтов (тағылмалы КамАЗ-45143, 42000 т/км) алды; икенсе урында – Вәғиз Шафиҡов (“Йондоҙ”, ЗИЛ-ММЗ-554М, 9795 т/км), өсөнсө – Владислав Крючков (“Ленинский”, ЗИЛ-ММЗ-554М, 7710 т/км).
Ерҙе туңға һөрөүселәр араһында беренсе урынды “Аҡтау” йәмғиәтенән Виктор Власовец (Версатель-2375, 250 гектар) алды, икенсе – Василий Крючков (“Ленинский”, К-701, 200 гектар), өсөнсө – Радик Хәмиҙуллин (“Йондоҙ”, К-739М, 50 гектар).
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ауыл хужалығы комплексы ойошмаларында 2022 йылғы уңышты йыйыуҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүселәр конкурсы иген йыйыу комбайны, үҙйөрөшлө сапҡыс операторҙары, йөк автомобиле водителдәре, туңға һөрөү механизаторҙары, шулай уҡ уңышты йыйыуҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән студенттар араһында уҙғарыла.
Конкурстың йомғаҡтары райондың Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәтсәндәре көнөндә иғлан ителәсәк.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Автор:Лариса Михалькова