Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
29 Август 2022, 09:35

Тәүге еңеүселәр билдәләнде

Мәсетле районында урып-йыйыуҙың беренсе ун көнлөгөндә иң яҡшы механизаторҙар асыҡланды Уҙған йылдарҙағы кеүек үк, райондың агросәнәғәт комплексы ойошмаларында 2022 йылғы уңыш йыйыуҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүселәр араһында конкурс иғлан ителде. Был аҙнала конкурсҡа тәүге йомғаҡ яһалды.

Тәүге еңеүселәр билдәләнде
Тәүге еңеүселәр билдәләнде

Уҙған йылдарҙағы кеүек үк, райондың агросәнәғәт комплексы ойошмаларында 2022 йылғы уңыш йыйыуҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүселәр араһында конкурс иғлан ителде. Был аҙнала конкурсҡа тәүге йомғаҡ яһалды.
Сара “Аҡтау” ауыл хужалығы предприятиеһы баҫыуында (Буртаковка ауылы янында) уҙҙы. 24 авгусҡа ҡарата был хужалыҡта планлаштырылған күләмдең 54,1 проценты сабылған. Урып һуғылған иген 79500 центнер тәшкил итә, уртаса уңыш – гектарынан 25 центнер. Ужым арышы буйынса эштәр тулыһынса башҡарылған, арпа йыйыу эше аҙағына яҡынлаша.
Тырыш хеҙмәт һәм тыуған ергә һөйөү өсөн Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин механизаторҙарға рәхмәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте. “Игенсе хеҙмәте һәр ваҡыт кәрәкле һәм хөрмәтле эштең береһе булды һәм булып ҡала”, – тип билдәләне ул.
Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов республика һәм район буйынса урып-йыйыу эштәре барышы менән таныштырҙы.
– “Аҡтау” ауыл хужалығы предприятиеһы эшсәндәре сәсеү, урып-йыйыу эштәрендә һәр саҡ юғары һөҙөмтәләр күрһәтте. Уларҙың ҡайһы берҙәре республика һәм төбәк кимәлендә билдәләнде, уҙған йылдарҙа урып-йыйыу буйынса юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн республика конкурсында еңеүсе тип танылды һәм автомобиль эйәһе булды. Быйыл да хеҙмәтегеҙ лайыҡлы баһаланыр, тип ышанабыҙ, – тине ул.
Район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре игенселәргә матур концерт әҙерләгән.
Тәүге 10 көнлөк еңеүселәренә вымпелдар тапшырылды.
Иген урыу комбайндары буйынса еңеүселәр:
5-се рәттә: беренсе урында – “Аҡтау” йәмғиәтенән Дмитрий Петкин, ул КЗС-12.18 “Полесье” комбайнында 332 гектарҙан 783 тонна иген һуғып алған; икенсе урында – шул уҡ хужалыҡтан Рафиҡ Зөфәров, КЗС-12.18 “Полесье”, 317 гектар (784 тонна); өсөнсө – Андрей Еремин, КЗС-12.18 “Полесье”, 256 гектар (559 тонна).
4-се рәттә: еңеүсе – Азамат Ибраһимов, “Аҡтау”, КЗС-10 “Полесье”, 245 гектар (578 тонна); икенсе урында – Владимир Носков, “Ленинский”, КЗС-812 “Полесье”, 219 гектар (434 тонна); өсөнсө – Салауат Латипов, “Йондоҙ”, Дон-1500, 85 гектар (295 тонна).
2-се рәттә: беренсе урында – Әбделғәзе Сәбиғиәров, “Йондоҙ”, СК-5 “Нива-Эффект”, 75 гектар (182 тонна); икенсе урында – Александр Крашенинников, СК-5 “Нива-Эффект”, 69 гектар (135 тонна).
Йөк автомобилдәре водителдәре араһында беренсе урынды “Аҡтау” йәмғиәтенән Зифат Ғиниәтов (тағылмалы КамАЗ-45143, 36000 т/км) алды. Икенсе урында – Динар Сабиров (“Ленинский”, КамАЗ-4513, 12460 т/км); өсөнсө – Вәғиз Шафиҡов (“Йондоҙ”, ЗИЛ-ММЗ-554М, 6795 т/км).
Үҙйөрөшлө сапҡыс операторҙары араһында беренсе урынды Дамир Ғәзидуллин яуланы (“Аҡтау”, Кейс-1203, 670 гектар); икенсе – Ринат Һөйәрғолов (“Йондоҙ”, Мещера-Е-403, 578 гектар); өсөнсө – Илшат Моратов, (“Ленинский”, КС-100 “Чулпан”, 380 гектар).
Ерҙе туңға һөрөүселәр араһында “Йондоҙ” йәмғиәтенән механизатор Радик Хәмиҙуллин (К-739М тракторында 120 гектар ер һөргән) беренселекте алды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ауыл хужалығы комплексы ойошмаларында 2022 йылғы уңышты йыйыуҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүселәр конкурсы иген йыйыу комбайны, үҙйөрөшлө сапҡыс операторҙары, йөк автомобиле водителдәре, туңға һөрөү механизаторҙары, шулай уҡ уңышты йыйыуҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән студенттар араһында уҙғарыла.
10 календарь көн һайын һөҙөмтәләргә йомғаҡ яһала. Конкурстың йом-ғаҡтары райондың Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәтсәндәре көнөндә иғлан ителәсәк.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Автор:Лариса Михалькова