Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
22 Август 2022, 11:05

Баҫыуҙарҙа ҡыҙыу мәл

Район хужалыҡтарында ураҡ эштәре бара Баҫыуҙар “алтын” төҫкә мансылды, тимәк, иген өлгөрә, елгә тирбәлгән туҡ башаҡтар игенсенең йыйыуын көтә.

Баҫыуҙарҙа ҡыҙыу мәл
Баҫыуҙарҙа ҡыҙыу мәл

16 авгусҡа ҡарата республикала иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары майҙандарының 27 проценттан ашыуында йыйып алынған. Тулайым йыйым – 1,33 миллион тонна. Республика вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итеүенсә, уртаса уңыш гектарынан 31 центнер тәшкил итә.
Ашлыҡ һуғыу буйынса лидерҙар – Стәрлетамаҡ (107 мең тонна), Илеш (79 мең тонна), Ауырғазы (59 мең тонна), Ҡырмыҫҡалы (58 мең тонна), Бүздәк (54 мең тонна) һәм Саҡмағош (49 мең тонна) райондары.
Ураҡ эштәренә 3960 комбайн йәлеп ителгән. Был 2021 йылға ҡарағанда 120 машинаға күберәк. Йыл башынан алып 73 яңы иген йыйыу комбайны һатып алынған.
Мәсетле районы эшсәндәренә 22054 гектар майҙанда иген культураларын урып йыйырға тура киләсәк. 17 авгусҡа ҡарата 7218 гектарҙа сабылған, 5325 гектарҙа һуғылған, 122657 центнер йыйып алынған. Уртаса уңыш гектарынан 23 центнер тәшкил итә.
Урып-йыйыу эштәрен тәүгеләрҙән булып “Аҡтау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә башланылар. Хужалыҡ директоры Илдар Ниғәмәтйәнов һөйләүенсә, эшкә 6 августа – уҙған йылға ҡарағанда һуңыраҡ – тотонғандар.
– Ужым арышы буйынса ураҡ эштәрен тамамланыҡ, – тип һөйләй ул. – 700 гектарҙан 17500 центнер һуғылды. Уңыш гектарынан 25 центнер тәшкил итте. Хәҙер бөтә көс Һабанаҡ ауылы янында урынлашҡан баҫыуҙағы арпаны йыйыуға йүнәлтелгән. План – 2565 гектар, бөгөнгә 34,3 процент сабылған. Урып һуғылған иген 19800 центнер тәшкил итә, уңыш – 22,5 процент.
Яҡшы уңыш алыу өсөн яҙҙан ҙур эш башҡарылған – баҫыуҙар агрономик срокта сәселгән, минераль ашламалар тейешле күләмдә индерелгән, шытымдарҙы һаҡлау һәм тәрбиәләү буйынса бөтә кәрәкле саралар үткәрелгән.
Яҙғы культуралар уңышын үҫтереү һәм формалаштырыу өсөн агрометеорологик шарттар ҙа ярайһы уңышлы булды: ураҡ башына сәсеүлектәрҙең торошо һәйбәт һәм ҡәнәғәтләнерлек тип баһаланды.
“Аҡтау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә арпаны урып-йыйыуға “Полесье” маркаһындағы ун юғары етештереүсәнле, ҡеүәтле комбайн йәлеп ителгән, шуларҙың икәүһе – “Полесье 1218 Делюкс” – былтыр ғына һатып алынған. Улар иң тәжрибәле комбайнсылар Рафиҡ Зөфәров менән Дмитрий Петкинға ышанып тапшырылған.
Ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе билдәләүенсә, комбайндар баҫыуҙарҙы иртәнге сәғәт 10-дан иңләй башлай. Иртәрәк, ҡояштың тәүге нурҙары менән сығырға, төн эсендә үләнгә төшкән ысыҡ ҡамасаулай. Бөтә эшсәндәр – ә улар 25 кеше – көйлө эшләй, һәр береһе үҙ участкаһында бар көсөн һала. Шуға күрә һөҙөмтәләр ҙә ҡыуандыра.
Әле баҫыуҙарҙа эштең ҡыҙыу мәле һәм ваҡыттың һәр минуты иҫәптә, шуға күрә комбайнсылар өсөн ике тапҡыр туҡланыу эш урынында ойошторолған.
“Аҡтау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшсәндәре алдында 300 гектар майҙанда һоло, 2319 гектарҙа бойҙай, 470 гектарҙа етен йыйып алыу, шулай уҡ ужым культураларын сәсеүҙе тамамлау бурысы тора (17 авгусҡа 85 процентҡа үтәлгән).
Аграрийҙар, уңайлы һауа торошо алдағы аҙналарҙа ла һаҡланып, эштәрҙе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамлай алыу- ҙарына ышана.
Шул арала
Мәсетле районында, ғәҙәттәгесә, 2022 йылғы уңышты йыйыуҙа агросәнәғәт комплексы ойошмалары араһында иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү буйынса конкурс иғлан ителде.
Ул 2022 йылғы уңыш йыйыуҙа иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән иген йыйыу комбайны комбайнсылары, үҙйөрөшлө сапҡыс операторҙары, йөк автомобиле водителдәре, туңға һөрөүсе механизаторҙар, шулай уҡ белем биреү учреждениелары студенттары араһында уҙғарыла.
Конкурс йомғаҡтары 10 августан башлап 10 календарь көн һайын уҙасаҡ. Комиссия составына Мәсетле районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов, мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Владимир Филимонов, баш инженер-консультант Ирек Батталов, баш агроном-консультант Салауат Зәбихуллин, Мәсетле районы буйынса Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы Рәис Әхмәҙиев, инспектор Динар Баһауетдинов инә.
2022 йылғы уңыш йыйыуҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү конкурсының һуңғы һөҙөмтәләре райондың Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәтсәндәре көнөндә иғлан ителә.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Һүрәттә: Рафиҡ Зөфәров баҫыу карабында 17 авгусҡа ҡарата 317 гектар майҙанда иген сабып, 748 тонна ашлыҡ һуғып алған.

Баҫыуҙарҙа ҡыҙыу мәл
Баҫыуҙарҙа ҡыҙыу мәл
Баҫыуҙарҙа ҡыҙыу мәл
Баҫыуҙарҙа ҡыҙыу мәл
Автор:Лариса Михалькова