Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
29 Июль 2022, 12:20

Мал аҙығы әҙерләү эштәре тамамланыу өҫтөндә

Йәмле йәй йылы нурҙары менән иркәләһә лә, көндәр ҡыҫҡарып һалҡын ҡыштың килерен иҫкәртә. Оҙайлы ҡыш көндәрендә Мәсетле хужалыҡтарында малдар нимә менән туҡланыр?! Бының өсөн ауыл эшсәндәре баҫыуҙа сенаж һәм бесән әҙерләүҙә иртәнән кискә тиклем тырыша.

Мал аҙығы әҙерләү эштәре тамамланыу өҫтөндә
Мал аҙығы әҙерләү эштәре тамамланыу өҫтөндә

Мәсетле районы буйынса ауыл хужалығы предприятиелары 19600 тонна бесән әҙерләргә планлаштыра, шуның 17600 тоннаһы етештерелгән. Планда – 19300 тонна сенаж, 13263 тоннаһы эшләнгән дә инде.
“Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Юрис Латыпов менән хужалыҡ баҫыуҙарын һәм сенаж соҡорҙарын ҡараныҡ.
– Йәй башында көндәр һалҡын торҙо, ямғырлы булды, шуға ла үлән оҙаҡ үҫмәне, – тип һөйләй Юрис Хәйҙәр улы. – Бесән әҙерләү тамамланды. Өс сенаж соҡороноң береһе тулды, ә икенсеһе тулып килә. Һутлы мал аҙығын айырым ысул менән әҙерләйбеҙ. Үләндәрҙе башта сапҡыстар менән сабып яҫмаға һалабыҙ. Артыҡ дым юҡҡа сығып, йәшел масса ҡояшта кипкәс, процесҡа комбайндар ҡушыла. Сенаж сабыу планы 412 гектар тәшкил итә. Бөгөнгә пландың яртыһынан ашыуы үтәлгән, йәғни 220 гектар. 2500 тонна әҙерләнгән.
Сенаж һалыуға башлыса күп йыллыҡ үләндәр сабыла (люцерна, кәрешкә-һоло ҡатнашмаһы, туҡранбаш). Массаның дымлылығы 50-70 процент тәшкил итә. Был эштәр менән бер рәттән 90 гектар майҙанда болон һолоһо орлоҡтары сабып алына.
Эштәр иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем бара. Механизаторҙар үҙ бурыстарын бик яҡшы башҡара. Барыһының да күп йылдар эсендә ҙур эш тәжрибәһе тупланған. Бурыстар бер – малдар өсөн юғары сифатлы аҙығы әҙерләү. Хеҙмәткәрҙәрҙе ике тапҡыр туҡландырыу ойошторолған. Бер һүҙ менән әйткәндә, өҙлөкһөҙ эшләү һәм эҫе осорҙа аяҙ көндәрҙе мөмкин тиклем һөҙөмтәле файҙаланыу өсөн бөтә шарттар булдырылған.
Яланда “Дон-680” мал аҙығы йыйыу комбайнында – Радис Хәмиҙуллин, “Полесье”ла Ғаяз Сәхәүетдинов эшләй. Йәшел массаны Вәғиз Шафиҡов, Ринат Закиров, Айҙар Камалов сығара. “Т-150” тракторҙары штурвалы артында – Нәзир Мостафин һәм Абдулғәзи Сабирйәнов. Сенаж соҡорона ике берәмек техника йәлеп ителгән. Бында йәшел массаны “К-700” һәм “Алтай” тракторҙарында Салауат Латыпов менән Ралит Ҡотлоев төйгөсләп баҫтыра.
Шулай уҡ бесән йыйыуҙа – Вәкил Шафиҡов һәм Ильяс Солтановты, бесәнде әйләндереүҙә Фәрүәз Шакировты билдәләп үтергә кәрәк. Салауат Латыпов совхозда 50 йыл эшләй. Сенаж әҙерләнгәндән һуң ул “Дон-1500” иген йыйыу комбайнына күсеп ултырасаҡ.
Урып йыйыу осорондағы көсөргәнешле графикта баҫыу эшсәндәрен тәмле төшкө, киске аш менән ашнаҡсылар Зөлфиә Шамакова һәм Гөлзәйнәп Хажиева тәьмин итә.
Йәшел ураҡтың бер көнө – бер ай туҡ ҡышлауға тиң, тиҙәр. Механизаторҙарҙың кәйефе күтәренке, тимәк, улар ҡуйылған бурыстарҙы үтәй аласаҡ.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Мал аҙығы әҙерләү эштәре тамамланыу өҫтөндә
Мал аҙығы әҙерләү эштәре тамамланыу өҫтөндә
Мал аҙығы әҙерләү эштәре тамамланыу өҫтөндә
Мал аҙығы әҙерләү эштәре тамамланыу өҫтөндә
Мал аҙығы әҙерләү эштәре тамамланыу өҫтөндә
Мал аҙығы әҙерләү эштәре тамамланыу өҫтөндә
Автор:Лариса Михалькова