Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
15 Июль 2022, 10:00

Мал аҙығы әҙерләү яҡшы темптар менән бара

Яңы ғына сабылған татлы үлән еҫе танауҙы иркәләй, башты әйләндерә. Бал ҡорттары гөжләй, сиңерткәләр сырылдай. Әммә баҫыу эшсәндәре өсөн был ваҡыт – иң көсөргәнешле, яуаплы эштәрҙең береһе.

Мал аҙығы әҙерләү яҡшы темптар менән бара
Мал аҙығы әҙерләү яҡшы темптар менән бара

Район хужалыҡтарында эре мал аҙығы – сенаж һәм бесән әҙерләү әүҙем бара. Һауа торошо, әйтерһең дә, мал аҙығы етештереүҙең мөһимлеген аңлап аяҙ тора, аяуһыҙ ҡыҙҙырған ҡояш үләнгә тиҙерәк кибергә, бесәнселәргә туҡтамай эшләргә булышлыҡ итә.
Мәсетле районы буйынса ауыл хужалығы предприятиелары 19600 тонна бесән әҙерләргә планлаштырған, шуның 5897 тоннаһы етештерелгән. 19300 тонна сенаж әҙерләнергә тейеш, 4832 тоннаһы эшләнгән дә инде.
“Ленинский” ауыл хужалығы кооперативында ла мал аҙығы әҙерләү әүҙем бара. Хужалыҡтың баш зоотехнигы Антон Акулов (һүрәттә) менән беҙ сенаж соҡорҙарын ҡарап сыҡтыҡ.
–Яҙғы сәсеү кампанияһы алдынан уҡ бөтә техника, шул иҫәптән мал аҙығы йыйыу техникаһы ла, эштәрҙең башланыуын көтөп, техник тикшереү үтте, әҙерлек линейкаһында торҙо, – тип һөйләй ул. – 18 июндә мал аҙығын әҙерләүгә тотондоҡ. Сенажды сабыу планы 1314 гектар тәшкил итә. Бөгөнгә пландың өстән бер өлөшө үтәлгән, был 423 гектар. 3632 тонна әҙерләнгән. Сенажға башлыса ужым арышы, күп йыллыҡтар, ҡандала үләндәре һәм башҡа культуралары бара. Эштәр барлыҡ технологик процестарға ярашлы үтәлә. Техника һәм кешеләр баҫыуҙа көн буйына эшләй. Коллективтың динамикаһы һәйбәт, тиҙлекте кәметергә тура килмәй, сөнки малдарҙың туҡлы ҡышлауын тәьмин итеү һәм сифатлы мал аҙығы әҙерләү – мөһим эш.
Әлеге ваҡытта баҫыуҙа мал аҙығы культураларын йыйыусы Дон-680 комбайнында Егор Полеготченков менән Александр Аристов эшләй. Динар Сабиров (123 тонна), Александр Берсенев (88,5 тонна), Владимир Романчук (94 тонна), Владислав Крючков (122 тонна) сабылған культураларҙы баҫыуҙан ташый. Сенаж соҡорона ике берәмек техника йәлеп ителгән. Бында йәшел массаны К-700, ДТ-75 тракторҙарында Василий Крючков һәм Василий Полеготченков тапай.
Сенаж һалыу менән бер рәттән бесән әҙерләү эштәре лә әүҙем бара, унда ике бригада эшләй. Хуш еҫле мал аҙығы киптерелгән, уның 327 тоннаһы һаҡлауға һалынған. КС-100 “Сулпан” сапҡысы руле артында – Илшат Моратов, КПС-5Г – Фәнил Ғәлимйәнов, Артем Гладких, Рәмис Шафиҡов һәм Артем Яунземис преслау эштәрен башҡара, кәбән һалыуҙа – Егор Берсенев, пресс-йыйғыста – Таһир Хәлилов, бесәнде әйләндереүҙә – Артем Абросимов һәм Алексей Красильников.
Йәйҙең иң ҡыҙыу мәле, был осорҙа ауыл халҡы ал-ял белмәй эшләй. Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра, тиҙәр халыҡта. Һауа торошо ғына тотороҡло булһын.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова