Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
8 Июль 2022, 12:15

Бесән һәм сенаж буласаҡ

Аграрийҙар йылдам мал аҙығы әҙерләй Аҙна башына республика аграрийҙары 191 мең гектар күп йыллыҡ үләндәрҙе сапҡан: 110 мең тонна бесән, 521 мең тонна сенаж, бер мең тонна силос әҙерләгән.

Бесән һәм сенаж буласаҡ
Бесән һәм сенаж буласаҡ

Белгестәр быйыл йәй мал аҙығы запас менән әҙерләргә мөмкинлек биргән яҡшы үҫемлектәр япмаһын билдәләй. Төбәктә мал аҙығы әҙерләү, хатта йыш яуған ямғырҙарға ҡарамаҫтан, яҡшы темптар менән бара, тип билдәләнеләр Ауыл хужалығы министрлығында. Хужалыҡтарҙы техник яҡтан йыһазландырыуға күрә лә юғары темп алынған: баҫыуҙарҙа 800 самаһы мал аҙығы йыйыу комбайны һөҙөмтәле эшләй, шуларҙың 18-ен быйыл һатып алғандар.
Мәсетле районында 7 июлгә ҡарата планлаштырылған 12203 гектарҙың 2775-е сабылған, был 22,7 процент тәшкил итә. Планлаштырылған эш күләмен яуаплылығы сикләнгән “Аҡтау” йәмғиәте һәм “Ниғәмәтйәнов” крәҫтиән (фермер) хужалығы эшсәндәре башҡарған.
Мәсетле аграрийҙары бесәнгә 2467 гектарҙы, йәғни пландың 24,5 процентын сапҡан, 2540 тонна – 13% әҙерләгән. “Аҡтау” йәмғиәтендә – 350 тонна (76,1%), “Батыр” йәмғиәтендә – 280 тонна (37,3%), “Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативында – 130 тонна (8,7%), “Йондоҙ” йәмғиәтендә – 20 тонна (3,3%), “Ҡыҙылбай” йәмғиәтендә – 20 тонна (5%).
Сенажға 308 гектар сабылған – пландың 14,5%, 2222 тонна – 11,5% әҙерләнгән. “Ленинский” ауыл хужалығы производство кооперативы тәүгеләрҙән булып сенаж әҙерләй башланы.
Парға эшкәртеү эштәре дауам итә. Беренсе эшкәртеүҙең – 77,5%, икенсеһе 11,7% тамамланған.
Химик эшкәртеү буйынса эштәр тамамланыу өҫтөндә. “Зыялетдинов” крәҫтиән-фермер хужалығы һәм райондың башҡа крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында һуңғы гектарҙар эшкәртелә.
Шул арала
Екатеринбургта “Иннопром” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә Башҡортостандың “Рассвет” ауыл хужалығы предприятиеһы (“Простор” компаниялар төркөмөнә инә) менән Һаҡлыҡ банкы ҡул ҡуйҙы. Яҡтар Дыуан районында 1340 башмаҡҡа иҫәпләнгән һөтсөлөк фермаһын төҙөү сиктәрендә хеҙмәттәшлек итәсәк. Документҡа Урал банкы рәйесе урынбаҫары Александр Нуйкин һәм яуаплылығы сикләнгән “Рассвет” йәм-ғиәте директоры Сергей Ковалев ҡул ҡуйҙы.
– Был проект республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге “Инвестиция сәғәте” форматындағы инвестиция комитеты ултырышында ҡаралды һәм хуплау тапты, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Республика өсөн һөт йүнәлеше бик мөһим һәм перспективалы, айырыуса һөтсөлөк фермалары күп булмаған төбәктең төньяҡ-көнсығыш зонаһы өсөн әһәмиәткә эйә. Предприятие проект ҡеүәтенә сыҡҡас йылына 11 мең тоннанан ашыу һөт етештерә һәм һата аласаҡ.
Инвестиция проектының хаҡы 1 миллиард 466 миллион һумға баһалана, уны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 39 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Финанслауҙан тыш, Һаҡлыҡ банкы ҡорамалды яңыртыуҙа ҡатнашырға һәм предприятие эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн финанс ресурстары менән идара итеүҙең заманса технологияларын индереүгә булышлыҡ итергә планлаштыра.
Республика Хөкүмәте инвесторға инфраструктура мәсьәләләрен хәл итеүҙә, шулай уҡ тоҡомло мал, ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙы ҡаплау йәһәтенән ярҙам күрһәтәсәк.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Автор:Лариса Михалькова