Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
1 Июнь 2022, 09:05

Ауыл хужалығында мөһим эш

“Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге” Федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы белгестәре, төньяҡ-көнсығышҡа сығып, белгестәр өсөн “Орлоҡ сәсеүлектәре 2022” блогына орлоҡ сәсеүлектәре геонөктәләрен, “АгроЭксперт” мәғлүмәт системаһына ужым культуралары сәсеүлектәре фитомониторингы буйынса геонөктәләр индереүгә ҡағылышлы күсмә уҡыуҙар үткәрҙе.

Ауыл хужалығында мөһим эш
Ауыл хужалығында мөһим эш

Орлоҡсолоҡ өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтеү “Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге” Федераль дәүләт бюджет учреждениеһы эшмәкәрлегендә мөһим йүнәлеш булып тора. Геокоординаталар буйынса ауыл хужалығы үҫемлектәре орлоҡтары сәсеүлектәрен тикшереү тәү тапҡыр ойошторолдо һәм Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының илебеҙ селекцияһы орлоҡтары етештереүҙе, 2022 йылда был өлкәлә мәғлүмәттең тәүәллеген арттырыу буйынса күрһәтмәләрен үтәү өсөн уҙғарылды.
Тикшеренеү эштәрендә филиал етәксеһе урынбаҫары Радмир Миһранов, орлоҡсолоҡ бүлеге начальнигы Зиннур Ғиниәтуллин, филиалдың Мәсетле бүлеге белгестәре, Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш агрономы Салауат Зәбихуллин, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре Илдар Ниғәмәтйәнов, Юрис Латыпов, Руслан Мөхәмәтйәнов ҡатнашты.
“Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге”нең Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы белгестәре сәселгән орлоҡтарҙың репродукцияһын системаға мотлаҡ һәм дөрөҫ тултырырға кәрәклегенә, сәселгән һәм алынған репродукцияны буталыуына, геонөктәләрҙең баҫыу ситенә, юлдарға, юл саттарына ныҡ яҡын урынлашыуына юл ҡуймауға айырыуса иғтибар итте. Баҫыу ситенән кәм тигәндә 30 метр булырға тейеш. Смартфондан геонөктә индергәндә баҫыуға инеп булмаһа, был нөктәне артабан компьютерҙа мөхәррирләү мөмкинлеген файҙаланырға.
Геонөктәнең ауыл һәм ҡала ҡоролмалары, башҡа сит объекттарға тура килеүенә юл ҡуймаҫҡа.
Мәғлүмәт сәсеү үткәрелгәндән һуң биш көндән дә һуңға ҡалмай индерелергә тейеш. 19 майға ҡарата барлығы 14 геонөктә индерелгән.
“Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге”нең Башҡортостан Республикаһы филиалы орлоҡ участкаларында сорт сифатын баһалауҙа, орлоҡтоң шытымы буйынса отчет иҫәбен алып барыуҙа ҡатнаша. Был Рәсәйҙә мөһим культуралар орлоғо етештереү күләме тураһында мәғлүмәт алырға мөмкинлек бирә.
Радмир МИҺРАНОВ,
“Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге”нең Башҡортостан Республикаһы
буйынса филиалы етәксеһе
урынбаҫары.

Автор:Лариса Михалькова