Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
20 Май 2022, 09:10

Һуңғы гектарҙар – иң яуаплыһы

“Ленинский” кооперативы яҙғы культураларҙы сәсеүҙе тамамланы Мәсетле районында баҫыу хеҙмәтсәндәре сәсеү эштәренең планлаштырылған 76 процентын башҡарҙы. Мәғлүмәт-консультация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 18 майға ҡарата билдәләнгән 22027 гектар ерҙең 16746 гектарына яҙғы сәсеү үткәрелгән.

Һуңғы гектарҙар – иң яуаплыһы
Һуңғы гектарҙар – иң яуаплыһы

“Йондоҙ”, “Батыр” йәмғиәттәре, “Попов А. В” КФХ-һы, Р. А. Зиялтдинов иртә культураларҙы сәсеүҙе тулыһынса тамамланы. “Ниғәмәтйәнов И. И.” КФХ-һы планды 17 процентҡа арттырып үтәп, беренсе булып сәсеп бөттө.
“Ленинский” ауыл хужалығы кооперативы хеҙмәтсәндәре лә иртә яҙғы культураларҙы сәсеүҙе тамамланы. Беҙ һуңғы гектарҙы сәсеүҙең шаһиты булдыҡ.
– Бөгөн үлән – туҡранбаш, ҡандала үләне, тимофеевка сәсәбеҙ, – тип һөйләй хужалыҡ агрономы Василий Лешков. – 3197 гектар ергә иген культуралары сәстек: 1003 гектар бойҙай, 687 гектар арпа, 615 гектар һоло, 892 гектар кәрешкә, 535 гектар бер йыллыҡ үлән һәм 291 гектар рапс. Планлаштырылған 1102 гектар ергә йылы яратыусан культура – ҡарабойҙай сәсеү эше ҡала. 298 гектар ерҙе 25 майҙан һуң сәсергә планлаштырабыҙ.
Василий Алексеевич әйтеүе буйынса, быйыл сәсеү эштәре тиҙ барҙы, быға һауа шарттарының уңайлы булыуы булышлыҡ итә. Үҙҙәре етештергән тәүге репродукция ҡулланылған. Орлоҡтар ағыуланып сәселгән, шулай уҡ эш барышында ашламалар файҙаланылған.
Механизаторҙар Сергей Гладких, Егор Абросимов, Сергей Обвинцев, Сергей Ярушин, Алексей Красильников, Егор Полеготченков, Александр Федорков, Василий Крючков, Валерий Полеготченков, Фәнил Ғәлимйәнов, Артем Гладких һәм Артем Яунземис үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай.
Водителдәр Владимир Луканин, Владислав Крючков һәм Владимир Романчук бар көсөн һалып эшләй.
Сәсеүселәр Андрей Абросимов, Алексей Елисеев, Павел Чебыкин, Виталий Крючков үҙ участкаларында эштәрен намыҫлы башҡара.
Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре өсөн ҡайнар аш ойошторолған.
Әйткәндәй,
2022 йылдың дүрт айында Башҡортостан аграрийҙары 3,4 миллиард һумға 1000 берәмек төрлө ауыл хужалығы техникаһын һатып алды.
Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрәхманов белдереүенсә, республика аграрийҙарының техник үҫеше һөҙөмтәһендә, быйыл республикала сәсеү күрһәткесе тәүлегенә 130 мең гектарға артҡан.
Шуны билдәләп үтеү мөһим, 2019-2021 йылдарҙа республика аграрийҙары 28,6 миллиард һумға техника һәм ҡорамал һатып алды. Төбәктең агросәнәғәт комплексының техника паркы ошо йылдар эсендә 10 мең берәмеккә яңырҙы. Агросәнәғәт комплексының техника паркын яңыртыуҙа республика программаһы ҙур роль уйнай. Улар буйынса техника һатып алыуға киткән сығымдарҙың яртыһы аграрийҙарға кире ҡайтарыла. 11 йыл дауамында, 2011-2021 йылдар эсендә, республика программаһы буйынса Башҡортостан аграрийҙары 58,3 миллиард һумға 31 мең 136 берәмек төрлө ауыл хужалығы техникаһын һатып алды. Түләнгән субсидиялар күләме 12 миллиард һумдан артып китте.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Баҫыуҙа туҡранбаш, ҡандала үләне, тимофеевка сәсәләр (һулдан уңға): механизатор Артем Гладких, сәсеүсе Радмир Мөфтәхетдинов, водитель Владимир Луканин һәм хужалыҡ агрономы Василий Лешков.

Автор:Лариса Михалькова