Мәсетле тормошо
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
29 Март 2022, 10:15

Павел Ватолин: “Хужалыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн яуаплы эшләргә...”

Уҙған шәмбе “Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативы хеҙмәтсәндәренең 2021 йыл йомғаҡтары буйынса йыйылышы уҙҙы.

Павел Ватолин: “Хужалыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн яуаплы эшләргә...”
Павел Ватолин: “Хужалыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн яуаплы эшләргә...”

Йыйылыш эшендә Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге начальнигы Владимир Филимонов, “Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Павел Ватолин, Кесе Ыҡтамаҡ ауыл хакимиәте башлығы Степан Гуштюк ҡатнашты.
Коллегалары алдында сығыш яһап, хужалыҡ етәксеһе предприятиела продукцияның үҙҡиммәтен кәметеү буйынса эштең насар булыуын билдәләне.
– Был, нигеҙҙә, беҙҙең эш итә белмәүебеҙ арҡаһында килеп сыға, ләкин башҡа сәбәптәр ҙә күп, – тине ул.
Уҙған йыл үҫемлекселектә аграрийҙар өсөн уңышһыҙ хәл булды: дүрт ай буйына яуым-төшөмһөҙ аномаль эҫе торҙо. Сәсеүгә бөтә кәрәкле техника әҙерләнгән, сәсеү агротехник сроктан алда башҡарылған. Яҙҙың һалҡын килеүе арҡаһында 600-800 гектар ерҙә иген культуралары бер аҙ туңып, яҡшы шытым бирмәне. Рапс сәсеүлектәре үҙҙәрен бер аҙ яҡшыраҡ күрһәтте.
Яҙғы баҫыу эштәренә 16 берәмек техника йәлеп ителгән. 4573 гектар сәселгән. Павел Леонидович механизаторҙарҙың яҡшы эшләүен һәм бөтә команданың намыҫлы булыуын билдәләне.
Етәксе сәсеү эштәрендә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе. 2021 йылда йәйге ҡоролоҡ арҡаһында мал аҙығы культуралары сәскә атҡан мәлгә кәрәкле масса йыйып өлгөрмәгән, шуға күрә бесән етерлек кимәлдә әҙерләнмәгән – 965 центнер, йәғни тейешле күләмдең 60 проценты. Шуға күрә хәҙер бесән етмәгәнлектән малдарға һалам бирергә тура килә.
Талап ителгән 12000 тонна сенаждың 7261 тоннаһы ғына әҙерләнгән – 60%. Уны иҫке запас иҫәбенә ҡаплайҙар.
Иген һәм техник культуралар майҙаны 5055 гектар тәшкил итте, улар тулыһынса үҙ көстәре менән йыйып алынды. Уртаса уңыш гектарынан туғыҙ центнер тәшкил итте. Урып-йыйыуҙа 10 иген йыйыу комбайны эшләне. 45000 центнер ашлыҡ һуғылды.
1223 гектар майҙанға ужым культуралары сәселгән, 3217 центнер һалам әҙерләнгән, 3910 гектар сәсеү өсөн әҙерләнгән. Бөгөн техниканы ремонтлау һәм яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләү буйынса эштәр алып барыла. 100 т ашлама, 100 т дизель яғыулығы һатып алыу күҙаллана.
Килемдең 70 проценты самаһын хужалыҡ малсылыҡ продукцияһын һатыуҙан ала.
2021 йылда һөт етештереү 5 процентҡа кәмене. Павел Леонидович быны һауыу процесын ойоштороуға бәйле, тип иҫәпләй. Шулай уҡ һауымдың күләме һыйырҙарҙы ашатыу һәм уларҙы ҡарауға бәйле.
Һыйыр малын үҫтереүҙә лә күрһәткестәрҙең насарайыуы күҙәтелә. Шуға күрә үҫтереү ваҡыты арта, тимәк – үҙҡиммәте лә үҫә. Һөҙөмтәлә үҙҡиммәттән түбәнерәк хаҡ буйынса һатырға тура килә, ул һөт йәиһә иген һатыуҙан компенсациялана.
Сусҡасылыҡ та үҙ сығымдарын ҡапламай. Был мал аҙығы өҫтәмәләре, иген фуражы һәм медикаменттарҙың ҡиммәтләнеүенә бәйле.
Уҙған йылда силос соҡоро төҙөлөп бөткән, һөт-тауар фермаһы һәм мал һимертеү майҙансығында ағымдағы ремонт үткән, иген келәтендә яңы үлсәү өҫтөнә япма ҡуйылған. Быйыл да фермаларҙа ағымдағы ремонт планлаштырылған.
Тракторҙарҙы тотоуға сығымдар 26 процентҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта сәбәпһеҙ йөрөү, яғыулыҡ-майлау материалдарын юғалтыу һаны кәмегән. Әлеге тенденцияны һаҡлап ҡалыу зарур.
2021 йылда һатыуҙан килгән табыш 148 миллион 400 мең һум тәшкил иткән, 2020 йылда – 136 миллион 100 мең һум, килем 20 миллион һум тәшкил иткән. 9 миллион 395 мең һумлыҡ дотация алынған һәм дөйөм рентабеллек кимәле 11% тәшкил иткән.
Уҙған йылда хужалыҡ штаты кәмегән: 2020 йылда – 151 кеше, 2021 йылда – 142 кеше. Эш хаҡы артҡан һәм уртаса 18999 һум тәшкил иткән (2020 йылда 18453 һум ине).
Сығышын тамамлап, Павел Ватолин бөтә производствоның һөҙөмтәлелегенә йоғонто яһаған ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәрҙең түбән эш дисциплинаһын билдәләне.
– Эш хаҡының алынған продукция күләменә һәм сифатына, атап әйткәндә, күпме һөт һауып алыуға, гектарҙан алынған иген күләменә бәйле булыуын белә тороп та ағым ыңғайына йөҙәбеҙ, “нисек килеп сыға, шулай ярай” принцибы буйынса йәшәйбеҙ. Хәҙерге шарттарҙа продукциябыҙға хаҡтарҙы үҙебеҙ билдәләй алмайбыҙ. Ә сығымдар баҙар хаҡынан артып китә. Шуға күрә хужалыҡты, эш урындарын һаҡлап ҡалырға теләһәк, берләшергә һәм намыҫлы эшләргә кәрәк!” – тине ул.
Шулай уҡ доклад менән баш зоотехник, инженер, хужалыҡ иҡтисадсыһы сығыш яһаны. “Түбәнге Бобин” кооперативы, ашхана һәм икмәкхана эшенә йомғаҡ яһалды.
Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр премия һәм почет грамоталары менән бүләкләнде. Улар – малсы Татьяна Обухова, техник-осеменатор Татьяна Хисаметдинова, механизатор Егор Полеготченков, тракторсылар Артем Прудыус һәм Юрий Носков, водитель Николай Носков (фотола), колбаса цехы эшсеһе Гөлгөнә Хәсәнова, иҫәп өҫтәле бухгалтеры Елена Ватолина. Хеҙмәт алдынғыларының исемдәре һәм фотоһүрәттәре “Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативының производство алдынғылары” почет таҡтаһына индереләсәк.
Водитель Владимир Романчук һәм механизатор Фәнил Ғәлимйәнов хужалыҡ етәкселеге һәм профсоюз комитетының Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Автор:Лариса Михалькова