Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
28 Февраль 2022, 10:15

“Йондоҙ” һүнмәһен өсөн

Һәр кешенең ергә һөйөүе тыумыштан һалына. Йөрәге, күңеле менән тыуған еренә береккән Илһам Фәтҡуллин менән дә шулай була.

“Йондоҙ” һүнмәһен өсөн
“Йондоҙ” һүнмәһен өсөн

Ул йәштән үк үҙ яҙмышын ауыл хужалығы менән бәйләргә ҡарар итә. Совет заманында күптәр шулай эшләй һәм, һөҙөмтәлә, һөт һауыу, артым һәм үрсем алыу буйынса рекордлы кимәлгә өлгәшеп, колхоздар сәскә ата.
Илһам Булат улы 1988 йылда армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң “Комсомолец” колхозында малсы булып хеҙмәт юлын башлай. Дыуан совхоз-техникумында белем ала.
Ике йылдан уны Фрунзе исемендәге колхозға осеменатор, һуңыраҡ Яңы Мишәр һөт-тауар фермаһы, Көршәле мал һимертеү майҙансығы мөдире, “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ветеринар технигы итеп тәғәйенләйҙәр. 2011 йылдан ул – баш ветеринар табип һәм шул уҡ ваҡытта хужалыҡтың баш зоотехнигы ла.
Илһам Булат улы менән аралашҡандан һуң ауыл уңғанының үҙ эшен ни тиклем белеүен һәм яратыуын аңлайһың.
– Замана үҙгәрҙе, ауыл хужалығында эшләү ауырлашты, – тип һөйләй Илһам Фәтҡуллин. – Әммә “Йондоҙ”, юл күрһәтеүсе йондоҙ булараҡ, ауылдаштарына юл яҡтырта: эш урындары булдыра, ауылдың таянысы булып тора, һәр яҡлап ярҙам итә. Шуға күрә беҙ уның эшен дауам итеү өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ.
Илһам Булат улы был тармаҡта күп йылдар дауамында үҙ эшенең ысын оҫтаһына әйләнә һәм үҙ бурыс-тарын юғары кимәлдә башҡара. Ул хужалыҡта малсылыҡ өлкәһенең көйлө һәм өҙлөкһөҙ эшләүенә ҙур өлөш индерә. Йәмғиәттең төп зоотехнигын коллегалары хөрмәт итә. Ул ҡуйған бурыстарҙы аңлата, дәлилләй белә.
Бөгөн “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә төп мәсьәләләрҙең береһе – эшсе көстәр йәлеп итеү. Илһам Булат улы уны хәл итеү юлдарын эҙләй, үҙенең шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәй, Яңы Мишәр һәм яҡын-тирәләге ауыл халҡы менән аралаша, уларҙы хужалыҡҡа эшкә саҡыра. Эшсе ҡулдар етмәгәндә, малын да ҡарай, һыйырын да һауа.
“Йондоҙ” етәкселеге уны юғары һөнәри оҫталығы, эш һөйөүсәнлеге һәм һөнәренә тоғролоғо өсөн баһалай.
Ауыл хужалығында эш тәүлек әйләнәһенә бара, малсыларҙың ял һәм байрам көндәре юҡ. Әммә ферма эшсәндәре ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмай, улар – хеҙмәттә сыныҡҡан кешеләр. Илһам Булат улы ла зарланырға күнекмәгән. Көн һайын ул күп мәсьәләләрҙе хәл итә. Хеҙмәтсәндәр алдында ҡуйған бурыстары аныҡ: һауымды, артымды, үрсемде арттырыу, малдарҙың ҡырылыуына юл ҡуймау.
“Башҡалар кеүек аҡса эшләү уйы менән сит яҡҡа сығып китеү теләге булманымы Һеҙҙә?” – тигән һорауға ул былай тип яуапланы:
– 14 йыл элек икенсе төбәккә күсеп киткәйнем. Бер нисә айҙан хужалыҡ директоры Юрис Латыпов шылтыратты. Фермаға эшкә ҡайтыуымды һораны. Мин шулай эшләнем дә.
Тыуған яғына һәм унда йәшәүселәргә йәне менән ғашиҡ булған кеше башҡаса булдыра алмай ҙа. Хужалыҡҡа ҡайтҡас, ул етәкселеккә ярҙам итеп кенә ҡалмай, ә күңеленә тынғылыҡ таба.
2013 йылда Илһам Фәтҡуллинға БР Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы тапшырылһа, 2018 йылда агросәнәғәт комплексы системаһында күп йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн РФ Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты менән наградлана. 2020 йыл йомғаҡтары буйынса “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” муниципаль конкурсында иң яҡшы ауыл хужалығы белгесе тип танылды.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Автор:Лариса Михалькова