Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
11 Февраль 2022, 09:20

Ир ҡанаты ат булыр

Мәсетле егете орлов һәм рус юртаҡтары үрсетә Түбәнге Бобин ауылынан Дмитрий һәм Михаил Пушкаревтар бына дүрт йыл инде ат сабышы менән мауыға. Уларҙың уңыштары тураһында мәсетлеләрҙең күптәре ишетеп белә лә инде. Ағалы-ҡустылы Пушкаревтар Свердловск, Төмән, Ҡурған өлкәләрендә, “Терра Башкирия” турниры, һабантуй һәм башҡа сараларҙа ҡатнаша.

Ир ҡанаты ат булыр
Ир ҡанаты ат булыр

Пушкаревтарҙың уңыштары араһында – Пиондың Свердловск өлкәһе “Висим” ипподромында беренсе урын һәм приз яулауы, Ҡурған ипподромының 110 йыллығы хөрмәтенә приз, Ҡурған ҡалаһы башлығы кубогы һәм Ҡурған ипподромында рекорд. Былтыр уларҙың айғырҙары Оло Урал түңәрәгендә чемпион булды.
Егеттәрҙә аттарға һөйөү ғаиләнән килә. Аталары Леонид Михайлович үҙенең ҙур хужалығында һәр ваҡыт орлов тоҡомло аттар тота. Улар үҫмер ваҡыттан алып үҙ аллы һыбай йөрөү серҙәренә өйрәнә. Яңыраҡ бер туған егеттәрҙең иң кесеһе – Михаил Леонидович – юртаҡ үрсетеү буйынса үҙ эшен башларға булды.
– Уҙған йылда теләгемде ауыл биләмәһе башлығына еткерҙем, – тип һөйләй ул. – Степан Аурелович финанс ярҙамы алырға мөмкин булған программа барлығы хаҡында әйтте. Ошо маҡсатта Мәсетле районы Мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иттем.
Үҙәктә буласаҡ эш башлаусыға 145 мең һумға тиклем күләмдә бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙамы күрһәтелеүе хаҡында һөйләйҙәр. Сумма ҙур түгел, ләкин эшмәкәрлекте башлап ебәреүгә етә, киләсәктә ярайһы уҡ табыш килтереүен аңлаталар. Бынан тыш, яңы эш башлаусы эшҡыуар әҙер бизнес-план ала, теоретик белем менән ярҙам итәләр.
Әлеге ваҡытта Михаил Пушкаревтың хужалығында 13 баш йылҡы бар, шуларҙың бишәүһе – тоҡомло. Улар шәхси йорт ихатаһында тора. Ауыл биләмәһе ерендә һигеҙ гектар ер участкаһында малдар өсөн аҙыҡ әҙерләнә. Бынан тыш, аттар рационында йәшелсә, емеш-еләк тә бар.
– Алынған субсидияға юртаҡтар-ҙы тотоу урынын төҙөкләндерергә ниәтләнәм, – ти Михаил Леонидович. – Әкренләп уларҙың һанын арттыра барасаҡмын.
Күнекмәләр йәйгеһен ауылдан алыҫ булмаған баҫыу юлында уҙа. Киләсәктә егет йыл әйләнәһенә шөғөлләнеү өсөн сабышҡа тәғәйенләнгән түңәрәк әҙерләргә уйлай.

Белешмә өсөн.
“Демография” милли проекты, шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт баҙарын көйләү һәм халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү” төбәк программаһы нигеҙендә бизнесты үҫтереүгә бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған. Уны мәшғүллек хеҙмәте органдары йүнәлтмәһе буйынса өҫтәмә профессиональ белем алған йәиһә эшһеҙ тип танылған граждан, шулай уҡ эшһеҙҙәргә алыу мөмкинселеге бар. Аҡса юридик берәмек, шәхси эшҡыуар йәиһә крәҫтиән (фермер) хужалығы булараҡ дәүләт теркәүе үткәндә, ул эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген ойоштороуға йүнәлтелә ала. Бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙам күләме 145 мең һумдан башлап 250 мең һумға тиклем. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә танышырға мөмкин.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Автор:Лариса Михалькова