Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
8 Февраль 2022, 15:35

Ауыл хужалығына – ҙур иғтибар

Мәсетле районында тармаҡ кәңәшмәләре дауам итә. Сираттағы сара аграр секторға арналды. Ул, былтырғы кеүек, онлайн режимда уҙҙы.

Ауыл хужалығына – ҙур иғтибар
Ауыл хужалығына – ҙур иғтибар

Кәңәшмә эшендә район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов, Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре, кредит ойошмалары, контроль органдары вәкилдәре, райондың ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашты.
Хакимиәт башлығы Әнис Әсәҙуллин район аграрийҙарына башҡарыл-ған эштәр һәм, пандемия осоро булыуға ҡарамаҫтан, билдәләнгән күрһәткестәргә өлгәшеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Ауыл хужалығы Мәсетле районының төп тармағы, иҡтисадтың этәргес көсө булып тора. Райондың иҡтисады ғына түгел, социаль именлеге лә аграр сектор торошо, механизаторҙар, малсылар, фермерҙар, башҡа тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең көндәлек көсөргәнешле хеҙмәтенә бәйле, – тип билдәләне ул.
Вадим Саҙиҡов 2021 йылдың ауыл эшсәндәре өсөн ниндәй булыуын һөйләне, 2022 йылға үҫеш пландары менән уртаҡлашты.
Уҙған йылда тулайым продукция бер миллиард 605 миллион һум күләмендә етештерелде. Динамикаға һауа шарттары, энергия сығанаҡтарына хаҡтарҙың диспаритеты (тигеҙһеҙлеге), продукция структураһы кеүек бик күп факторҙар йоғонто яһаны.
Баҫыу миҙгеле ҡатмарлы булды, вегетация осоронда эҫелек һәм ҡоролоҡ уңышҡа насар йоғонто яһаны. Ошондай ҡатмарлы шарттарҙа 24,2 мең тоннанан ашыу иген йыйып алынды (2020 йылда был күрһәткес 37,4 мең тоннаға еткән). Уртаса уңыш гектарынан 15,1 центнер (2020 йылда – гектарынан 16,6 центнер) тәшкил итте. Ауыл хужалығы предприятиелары араһында эшкәрткәндән һуң иген культураларының иң юғары уңышына “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте өлгәште – гектарынан 18,8 центнер, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары араһында “А. В. Попов” КФХ-һы – гектарынан 14 центнер.
Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә элеккесә малсылыҡ төп урынды биләй. Тулайым продукцияның 72 проценты етештерелгән. Уҙған йыл дауамында бөтә категория хужалыҡтарҙа мал иҫәбен кәметеүгә юл ҡуймау буйынса эш алып барылды. 2022 йылдың 1 ғинуарына бөтә категория хужалыҡтарҙа мал һаны 11351 баш тәшкил итә (уҙған йыл кимәленә ҡарата 94,5 процент), шул иҫәптән: һыйырҙар – 5 374 баш (98,6%), сусҡа – 1369 баш (89,1%), йылҡы – 813 баш (103%), ҡоштар – 12342 (110%), һарыҡ һәм кәзәләр – 7356 баш (90,5%), бал ҡорто 3004 (105,5%) күс иҫәпләнә.
Мәсетле районында 68 фермер хужалығы, һигеҙ меңгә яҡын шәхси ярҙамсы хужалыҡ һәм 10 ҡулланыусылар кооперативы эшләй.
2012-2021 йылдарҙа конкурс нигеҙендә һайлап алыуҙа ҡатнашҡан 47 кеше хужалыҡты үҫтереүгә грант формаһында 126,46 миллион һум аҡса алды. Бөгөн “Аҡтау” яуаплылығы сикләнгән (Ключевой һәм Әләгәҙ ауылдарында дөйөм етештереүсәнлеге сәғәтенә 100 тонна булған 320,5 миллион һумлыҡ ике иген киптереү комплексын төҙөү) һәм “Ҡыҙылбай” (Сосновка ауылында 217,5 миллион һумға 400 башҡа иҫәпләнгән һөтсөлөк комплексын төҙөү) йәмғиәттәрен өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индереү буйынса эш алып барыла.
Тармаҡҡа юғары етештереүсәнле техника ҡулланып, ресурстарҙы һаҡлаусы технологиялар индереүгә ҙур иғтибар бирелә. Бының өсөн банк һәм лизинг компанияларының кредит саралары файҙаланыла. 2018-2021 йылдарҙа 227 миллион һумға 125 берәмек төрлө ауыл хужалығы техникаһы һәм тракторҙар һатып алынған.
Мәсетле районы ветеринария станцияһы начальнигы Миләүшә Хамматова әйтеүенсә, район биләмәһендә хайуандарҙың биологик ҡалдыҡтарын юҡ итеү өсөн тәғәйенләнгән 10 зыярат бар, шулай уҡ һигеҙ ветеринария участкаһы һәм бер ветеринария пункты эшләй. Ветеринария белгестәре ҡарамағында бөтә милек формаһында 11531 баш мал, шул иҫәптән 4342 баш һыйыр, 6461 баш һарыҡ һәм кәзә, 1468 баш сусҡа, 559 баш ат, 10403 ҡош, 2972 бал ҡорто күсе бар.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Мәсетле районындағы төп белгесе Рафас Хәйретдинов әйтеүенсә, 2022 йылғы сәсеүгә район буйынса 3415 тонна иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары орлоғо һалынған. Орлоҡтар дәүләт стандарты (ГОСТ) талаптарына ярашлы тикшерелгән.
“Аҡтау” ЯСЙ-һы, “А. В. Попов” КФХ-һы һәм “Р. Р. Мөхәмәтйәнов” хужалығы орлоҡсолоҡ хужалыҡтары булып тора һәм районды элита орлоҡтары менән тулыһынса тәьмин итә.
“Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Юрис Латыпов, “Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативының баш иҡтисадсыһы Алена Елисеева предприятиеларҙың 2021 йылда эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. Улар минераль ашламаларға хаҡтарҙың артыуы, кредит алыуҙағы ҡатмарлылыҡ, яңы кадрҙарҙың булмауы кеүек мәсьәләләрҙе еткерҙе. Шулай уҡ Оло Ыҡтамаҡ “Россельхозбанк”ының өҫтәмә офисы етәксеһе Илдар Ғималов һәм Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының Мәсетле районындағы баш дәүләт инженер-инспекторы Рәис Әхмәҙиев отчет менән сығыш яһанылар.
Анфиса ИШМӨХӘМӘТОВА.

Фото редакция архивынан.

Автор:Лариса Михалькова