Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
14 Ғинуар 2022, 11:10

Малдар йылыла һәм туҡ ҡышлай

Район фермаларында малдарҙы ҡышлатыуҙың яуаплы осоро бара Тағы ла бер йыл һиҙҙермәй үтеп китте. Ғинуар термометр бағанаһында – минус, ә район хужалыҡтарында – мал ҡышлатыуҙың ҡыҙыу осоро. Күп йыллыҡ тәжрибә күрһәтеүенсә, был эш алдан ҙур әҙерлек алып барылған осраҡта ғына уңышлы үтә.

Малдар йылыла һәм туҡ ҡышлай
Малдар йылыла һәм туҡ ҡышлай

Тағы ла бер йыл һиҙҙермәй үтеп китте. Ғинуар термометр бағанаһында – минус, ә район хужалыҡтарында – мал ҡышлатыуҙың ҡыҙыу осоро. Күп йыллыҡ тәжрибә күрһәтеүенсә, был эш алдан ҙур әҙерлек алып барылған осраҡта ғына уңышлы үтә.
Ҡыш – ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн ҡатмарлы һәм яуаплы осор. Был ваҡытта төп бурыс – алынған үрсемде һаҡлауҙы тәьмин итеү, мал иҫәбен кәметеүгә юл ҡуймау. Ауыл хужалығының артабанғы һөҙөмтәлелеге, атап әйткәндә, артым һаны, һауым, йәш мал алыу ошоға бәйле.
“Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә ҡура осоро октябрь башында башланды.
Предприятиеның баш зоотехнигы Илһам Фәтҡуллин әйтеүенсә, малдар-ҙы ҡышлатыу план буйынса үтә. Фермалар һәм быҙау аҙбарҙары әҙерлек үтте: биналар аҡланды һәм дезинфекцияланды.
Баҫыу эшсәндәре мал аҙығын етерлек күләмдә әҙерләгән. Сенаж технология буйынса һәм ваҡытында һалынды. Шуның һөҙөмтәһендә малдар сифатлы аҙыҡ менән тәьмин ителде. Малдарға сенаж, иген фуражы, бесән һәм һалам бирелә.
Мал аҙығын таратыуҙа – механизаторҙар Фәрүәз Шакиров һәм Ғәйнетдин Ғилметдинов, сенаж соҡоронда Ильяс Солтанов эшләй.
Һөтсөлөк фермаһында 300 баш һауын һыйыр бар. Уларҙы малсылар Илфат Ғәниев, Альферат Камалов һәм Рөстәм Ғарипов ҡарай. Һыйырҙар тәүлегенә ике тапҡыр һауыла. Һауынсылар Лилиә Хәмиҙуллина, Ләйсән Сөләймәнова, Әлфиә Абдуллина, Зөлфиә Ғәниева, Зөбәржәт Камалетдинова, уларҙы алмаштырыусылар Илфат Ғарипов менән Минзилә Әхмәҙиева үҙҙәренең бурыстарын яуап-лы башҡара. Тәүлегенә уртаса һауым алты литр самаһы тәшкил итә.
– Һауынсылар етмәй, – тип һөйләй Илһам Фәтҡуллин. – Күп йылдар хужалыҡта эшләгән бер нисә эшсе хаҡлы ялға сыҡты. Был хәлдән саҡ сығабыҙ. Элек һигеҙ төркөм һыйыр бар ине, хәҙер улар бишәүгә ҡалды, һәр һауынсыға 60-ар һыйыр тура килә.
Һыйырҙарҙың яртыһынан кәмерәге быҙаулаған. 150 быҙауҙы Мәҡсүт һәм Динар Һөйәрғоловтар, Илшат Ғайсин ҡарай. Көн һайын улар 500 грамдан ашыу артым алыуға өлгәшә.
Ике йәшкә тиклем 200 баш йәш мал фермаһында Фәнил Ғайсин һәм Фидан Сөләймәнов эшләй.
– Малдарҙы уңышлы ҡышлатыу – ул һәр ваҡыт малсыларҙың эшен һынау, – ти “Йондоҙ” йәмғиәте ферма мөдире Наил Ғәлимов. – Ошо осорҙо ла, күп көс һалып, яҡшы күрһәткестәр менән тамамларбыҙ, тип ышанам.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Һүрәттә: Малсы Альферат Камалов (һулда) һәм ферма мөдире Наил Ғәлимов.

Автор:Лариса Михалькова