Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
19 Октябрь 2021, 11:00

Төҙөк техника – хәүефһеҙлек нигеҙе

Районда ауыл хужалығы техникаһының ҡышҡылыҡҡа әҙерлеген тикшерҙеләр

Төҙөк техника – хәүефһеҙлек нигеҙе
Төҙөк техника – хәүефһеҙлек нигеҙе

Мәсетле районында үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмаларҙы хәүефһеҙ файҙаланыуҙы тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса тармаҡ кәңәшмәһе уҙҙы. Унда район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт техник күҙәтеүе начальнигы урынбаҫары Илһам Шакиров, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов, Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре, Балаҡатай, Салауат, Мәсетле райондары дәүләт техник күҙәтеүе инспекциялары инженер-инспекторҙары, райондың ауыл хужалығы предприятиелары вәкилдәре ҡатнашты.
Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы кеше сәләмәтлеге, хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау маҡсатында тракторҙарҙың, үҙйөрөшлө юл-төҙөлөш һәм башҡа машиналарҙың, уларҙың тағылмаларының техник торошон күҙәтеү аҫтында тота.
Мәсетле районы территорияһында 1279 берәмек техника, шул иҫәптән 263 тағылма, 1016 үҙйөрөшлө машина теркәлгән. Техниканың 74 проценты – халыҡ милкендә, 19,23 проценты – ауыл хужалығы предприятиеларыныҡы, 6,65 проценты – башҡа тармаҡ ойошмаларыныҡы.
Һуңғы йылдарҙа халыҡта техника һаны арта, ә агросәнәғәт комплексы ойошмалары һәм предприятиеларында, киреһенсә, кәмей. БР Дәүләт техник күҙәтеү идаралығының Мәсетле районы буйынса инспекцияһы баш инженер-инспекторы Рәйес Әхмәҙиевтың һүҙҙәренсә, муниципалитет буйынса үҙйөрөшлө машиналарҙың 89 проценты һәм тағылмаларҙың 91 проценты тикшерелгән. Үҙйөрөшлө машиналарҙың 73,7 проценты һәм тағылмаларҙың 72 проценты техник тикшереү үткән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 741 берәмек машинаның 527-һенә (71%) ҡулланыуға рөхсәт бирелгән. Был уҙған йыл күрһәткесенә ҡарағанда 13 берәмеккә күберәк.
Рәйес Рәхимйән улы Абдулла, Оло Аҡа, Дыуан-Мәсетле, Ләмәҙтамаҡ, Яңы Мишәр ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтарының техника хужалары менән яҡшы эш алып барыуҙарын билдәләне.
– Ә бына Әләгәҙ, Оло Ыҡтамаҡ, Ҡорғат, Кесе Ыҡтамаҡ, Яңы Яуыш, Ростов, Йонос ауыл биләмәләрендә техник тикшереү күрһәткестәре уртаса район күрһәткестәренән түбәнерәк, уларҙа техниканың 70 проценттан кәмерәк өлөшө тикшереү үтә алды, – тине ул.
Тармаҡ көнөнөң беренсе этабы “Ленинский” ауыл хужалығы производство кооперативы базаһында үтте. Бында хужалыҡтың оҙайлы ҡышҡа һаҡлауға ҡуйыласаҡ комбайндары һәм ауыл хужалығы машиналары тикшерелде, тәҡдимдәр еткерелде.
Артабан район хакимиәтенең кәңәшмәләр залында дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһының халыҡтың милкендәге үҙйөрөшлө машиналарҙы, уларға тағылмаларҙы техник тикшереү һәм иҫәбен алып барыуҙы ойошторғанда ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре ҡаралды.
Шулай уҡ тармаҡ көнө программаһы буйынса сарала ҡатнашыусылар Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы филиалы уҡытыусылары һәм студенттары менән осрашты. Йәштәргә Мәсетле районы агросәнәғәт комплексы предприятиеларына эшкә урынлашыу шарттары һәм өҫтөнлөктәре тураһында мәғлүмәт еткерелде, тракторсы-машинистар әҙерләү сифатын арттырыу мәсьәләләре ҡаралды.

Шул арала
Башҡортостан фермерлыҡты үҫтереү өсөн федераль дотациялар йәлеп итеү буйынса илдә икенсе урын биләй. Быйыл республика ауыл хужалығы эшҡыуарлығына ярҙам итеүгә һәм кооперацияларҙы үҫтереүгә 1,4 млрд һум ала. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.
– Хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формалары ауыл хужалығы продукцияһы күләмен арттырыуҙа һиҙелерлек роль үтәй, – тип билдәләне Илшат Илдус улы. – Туғыҙ йыл эсендә йүнәлештә фермерҙар өлөшө 2,5 тапҡырға артты: 2012 йылда 5,8% булһа, 2020 йылда – 14%. Республиканың агросәнәғәт комплексын социаль-иҡтисади үҫтереү стратегияһына ярашлы, 2030 йылға ауыл хужалығы тулайым тауар етештереүҙә фермерҙарҙың өлөшө 20 процентҡа етергә тейеш.
Башҡортостанда ауыл эшҡыуарлығын системалы үҫтереү маҡсатында “Агростартап” программаһы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау” буйынса ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын һәм үҙәктәрен үҫтереү буйынса саралар ғәмәлгә ашырыла. Был өс йүнәлеш буйынса дәүләт ярҙамы 237 млн һум тәшкил итте.
Быйыл ауыл хужалығы кооперативтарын үҫтереү өсөн аҡса техника һәм ҡорамалдар алыуға сығымдарҙың 50 процентҡа тиклем өлөшөн компенсациялауға, шулай уҡ ҡулланыусылар кооперативтары ағзаларынан ауыл хужалығы продукцияһы һатып алыуға бүленә. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау” төбәк проекты буйынса финанслауға планлаштырылған күләм йыл һуңына тиклем үҙләштереләсәк. Был проектты ғәмәлгә ашырыу республиканың ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперацияһына 1500 ҡатнашыусы йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.
Төбәктең бәләкәй хужалыҡтарына ярҙам тағы ла “Агропрогресс”, “Ғаилә фермалары” гранттары ярҙамында ғәмәлгә ашырыла. Республика Башлығы Радий Хәбировтың һүҙҙәренсә, бындай программалар ауыл халҡы өсөн етди ярҙам буласаҡ.
Дәүләт ярҙамы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте, ғаризалар ҡабул итә башлау тураһында Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының agriculture.bashkortostan.ru рәсми порталында белергә мөмкин.

Төҙөк техника – хәүефһеҙлек нигеҙе
Төҙөк техника – хәүефһеҙлек нигеҙе
Автор:Наркес Халиуллина