Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
22 Сентябрь 2021, 09:20

Уңыш йыйыу тамамланыу өҫтөндә

Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 20 сентябргә ҡарата иген культураларын урып-һуғыу эштәре 99,4 процентҡа башҡарылған.

Уңыш йыйыу тамамланыу өҫтөндә
Уңыш йыйыу тамамланыу өҫтөндә

План буйынса ҡаралған 21194 гектарҙың 21064 гектары аграрийҙар тарафынан сабылған, 21064 гектары – һуғылған, 254107 центнер иген алын-ған. Гектарынан уңыш алыу 12,1 центнер тәшкил итә.
Ужым арышы, бойҙай, арпа, һоло, борсаҡ, кәрешкә тулыһынса йыйып алынған. Ҡарабойҙай йыйыу 89,8 процентҡа башҡарылған (ШЭ “Ҡорбанов Ю. Ю.” хужалығында урыу эштәре дауам итә); орлоҡҡа күп йыллыҡ үләндәр әҙерләү – 83,8% (ШЭ “Бәҙретдинов В. В.” – 33,3%).
Шулай уҡ хужалыҡтарҙа ерҙе туңға һөрөү эштәре 55,9 процентҡа башҡарылған. “Йондоҙ” йәмғиәте хеҙмәтсәндәре был күрһәткес буйынса планды артығы менән үтәгән – 113,3 процент.
Бынан тыш, райондың ауыл хужалыҡтарында орлоҡ һалыу эштәре бара, 20 сентябргә ҡарата ул 1081 тонна тәшкил итә: 960 тонна – арыш, 775 тонна – арпа, 1348 тонна –бойҙай, 55 тонна – ҡарабойҙай, 736 тонна – һоло, 167 тонна – кәрешкә.

Автор:Наркес Халиуллина