Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
3 Сентябрь 2021, 12:30

Сираттағы ун көнлөк еңеүселәре билдәләнде

“Мәсетле районы агросәнәғәт комплексы ойошмаларында 2021 йылда уңыш йыйыуҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн” конкурсының сираттағы ун көнлөк еңеүселәре билдәләнде.

Сираттағы ун көнлөк еңеүселәре билдәләнде
Сираттағы ун көнлөк еңеүселәре билдәләнде

Иген урыу комбайндарында еңеүселәр:
5-се төр: беренсе урында – “Аҡтау” йәмғиәтенән Марсель Әҙиуллин, ул КЗС-12.18 “Полесье” комбайнында 516 гектарҙан 774 тонна уңыш алған; икенсе урында – шул уҡ хужалыҡтан Дмитрий Петькин, КЗС-12.18 “Полесье” комбайнында 439 гектарҙан 658 тонна иген һуғып алған.
4-се төр: еңеүсе – Рафиҡ Зөфәров (“Аҡтау”, КЗС-10 “Полесье”, 485 гектар-ҙан – 727 тонна); икенсе урында – Владимир Носков (“Ленинский”, КЗС-812 “Полесье”, 456 гектарҙан – 492 тонна); өсөнсө – Азамат Ибраһимов (“Аҡтау”, КЗС-10 “Полесье”, 310 гектарҙан – 465 тонна).
2-се төр: беренсе урында – Артур Бәшәров (“Ленинский”, СК-5 “Нива-Эффект”, 145 гектарҙан – 156 тонна); икенсе урында – Азамат Хәлилов (“Йондоҙ”, СК-5 “Нива-Эффект”, 80 гектарҙан – 96 тонна); өсөнсө урында – Әбделғәзе Сәбиғиәров (“Йондоҙ”, СК-5 “Нива-Эффект”, 76 гектарҙан – 91 тонна).
Йөк автомобилдәре водителдәре араһында:
беренсе урында – Зифат Ғиниәтов (“Аҡтау”, тағылмалы КамАЗ-45143, 46505 т/км); икенсе урында – Сергей Чебыкин (“Ленинский”, КамАЗ-4513, 1250 т/км); өсөнсө – Владислав Крючков (“Ленинский”, ЗИЛ-ММЗ-554М, 950 т/км).

Автор:Наркес Халиуллина