Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
24 Август 2021, 16:15

Икенсе ун көнлөк еңеүселәре билдәләнде

“Мәсетле районы агросәнәғәт комплексы ойошмаларында 2021 йылда уңыш йыйыуҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүселәр” конкурсының икенсе ун көнлөк еңеүселәре билдәләнде.

Икенсе ун көнлөк еңеүселәре билдәләнде
Икенсе ун көнлөк еңеүселәре билдәләнде

Иген урыу комбайндарында еңеүселәр:
5-се төр: беренсе урында – “Аҡтау” йәмғиәтенән Марсель Әҙиуллин, ул КЗС-12.18 “Полесье” комбайнында 516 гектарҙан 774 тонна уңыш алған; икенсе урында – шул уҡ хужалыҡтан Дмитрий Петькин, КЗС-12.18 “Полесье” комбайнында 439 гектарҙан 658 тонна иген һуғып алған.
4-се төр: еңеүсе – Рафиҡ Зөфәров (“Аҡтау”, КЗС-10 “Полесье”, 485 гектарҙан – 727 тонна); икенсе урында – Владимир Носков (“Ленинский”, КЗС-812 “Полесье”, 456 гектарҙан – 492 тонна); өсөнсө – Салауат Латипов (“Йондоҙ”, Дон-1500Б, 265 гектарҙан – 416 тонна).
2-се төр: беренсе урында – Әбдел-ғәзе Сәбиғиәров (“Йондоҙ”, СК-5 “Нива-Эффект”, 202 гектарҙан – 317 тонна); икенсе урында – Азамат Хәлилов (“Йондоҙ”, СК-5 “Нива-Эффект”, 173 гектарҙан – 271 тонна); өсөнсө урында – Артур Бәшәров (“Ленинский”, СК-5 “Нива-Эффект”, 220 гектарҙан – 237 тонна).
Йөк автомобилдәре водителдәре араһында:
беренсе урында – Зифат Ғиниәтов (“Аҡтау”, тағылмалы КамАЗ-45143, 45505 т/км); икенсе урында – Динар Сабиров (“Ленинский”, КамАЗ-4513, 15395 т/км); өсөнсө – Ренат Закиров (“Йондоҙ”, ЗИЛ-ММЗ-554М, 9375 т/км).
Ерҙе туңға һөрөүселәр араһында:
еңеүсе – Виктор Власовец (“Аҡтау”, Версатайл-2375 (һабан ПСК-8, 300 гектар); икенсе урында – Радис Хәмиҙуллин (“Йондоҙ”, К-739М, һабан ПСК-8+1, 100 гектар).
Еңеүселәрҙе ҡотлау был юлы “Йондоҙ” йәмғиәтенең иген келәте территорияһында уҙҙы. Район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Ғәлиә Вәхитова һәм Энгельс Ғәлиәкбәров баҫыу батырҙары рухын йыр менән күтәрҙе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бөтә урып-һуғыу эштәре барышы һөҙөмтәләре һәм еңеүселәре Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөндә билдәле буласаҡ.

Шул арала
Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 23 авгусҡа ҡарата бар милек формаһындағы хужалыҡтарҙа иген культураларының 74,6 проценты йыйып алынған.
“Попов А. В.” КФХ-һы (94,8%), “Йондоҙ” (92%) һәм “Батыр” (90%) йәмғиәттәре ураҡ эштәрен тамамларға тора.
“Ленинский” АПК-һы (89,4%), “Аҡтау” йәмғиәте (78,3%), “Зыялтдинов” КФХ-һы (77,3%), “Үҙәк” МТС-ы (60,9%), “Бәҙретдинов В. В.” шәхси эшҡыуарлығы (30,9%), “Ҡыҙылбай” йәмғиәте (24%) ураҡ эштәрен дауам итә.
Ужым арышы тулыһынса алынған. Уның иң юғары уңышы – “Аҡтау” йәм-ғиәтендә (гектарынан 22 ц).

Автор:Наркес Халиуллина