Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
19 Август 2021, 15:20

Конкурстың тәүге һөҙөмтәләре

2021 йылда ауыл хужалығында уңыш йыйыу буйынса эште ваҡытында һәм сифатлы үткәреү, ауыл хужалығы производствоһының һөҙөмтәлелеген, хеҙмәт етештереүсәнлеген, матди ҡыҙыҡһыныуҙы, комбайнсы, механизатор һәм водитель һөнәре статусын арттырыу, хеҙмәткәрҙәрҙе социаль яҡлау маҡсатында Мәсетле районында иген йыйыу комбайны, үҙйөрөшлө сапҡыс операторҙары, йөк автомобиле водителдәре, ерҙе туңға һөрөүсе механизаторҙар, шулай уҡ 2021 йылғы уңыш йыйыу осоронда ҙур күрһәткестәргә өлгәшкән белем биреү учреждениелары студенттары араһында конкурс иғлан ителде.

Конкурстың тәүге һөҙөмтәләре
Конкурстың тәүге һөҙөмтәләре

Конкурсҡа аралаш йомғаҡ баҫыу эштәре тамамланғансы 10 көн һайын уҙғарыла. Барлыҡ урып-йыйыу осорон йомғаҡлаусы призлы урындар Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан билдәләнәсәк.
Тәүге ун көнлөк еңеүселәрен түбәндәге номинацияларҙа бүләкләү уҙҙы.
Иген урыу комбайнында (техника маркаһы буйынса): 5-се төр: беренсе урында – комбайнсы Марсель Әҙиуллин (“Аҡтау”, КЗС-12.18 “Полесье”, 270 гектарҙан 540 тонна); икенсе урында – Дмитрий Микалин (“Аҡтау”, КЗС-12.18 “Полесье”, 246 гектарҙан 492 тонна).
4-се төр: еңеүсе – Рафиҡ Зөфәров (“Аҡтау”, КЗС-10 “Полесье”, 242 гектарҙан 484 тонна); икенсе урында – Азамат Ибраһимов (“Аҡтау”, КЗС-10 “Полесье”, 214 гектарҙан 428 тонна); өсөнсө урында – Владимир Носков (“Ленинский”, КЗС-812 “Полесье”, 186 гектарҙан 373 тонна).
2-се төр: беренсе урында – Артур Бәшәров (“Ленинский”, СК-5 “Нива-Эффект”, 132 гектарҙан 264 тонна); икенсе урында – Абдулғәзе Сәбиғиәров (“Йондоҙ”, СК-5 “Нива-Эффект”, 48 гектарҙан 94,5 тонна); өсөнсө урында – Азамат Хәлилов (“Йондоҙ”, СК-5 “Нива-Эффект”, 97 гектарҙан 94,1 тонна).
Йөк автомобиле водителдәре араһында: беренсе урын – Зифат Ғиниәтов (“Аҡтау”, тағылмалы КамАЗ-45143, 8505 т/км); икенсе урында – Динар Сабиров (“Ленинский”, КамАЗ-4513, 2395 т/км); өсөнсө урында – Ринат Закиров (“Йондоҙ”, ЗИЛ-ММЗ-554М, 1065 т/км).
Ерҙе туңға һөрөүселәр араһында беренсе урында “Йондоҙ” йәмғиәте механизаторы Радик Хәмиҙуллин (К-739 (ПСК-8+1), 40 гектар майҙан һөргән.
Беҙҙең игенселәргә ауыр хеҙмәт менән бирелгән уңыш йыйыу осоро район Мәҙәниәт һарайы ижади коллективының концерт программаһы сығышы менән иҫтә ҡалыр. Ыңғай кисерештәр бүләк итеү, Мәсетле аграрийҙарын эшкә дәртләндереү –
район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡуйған бурыс. Боронғо, изге йола буйынса кешеләр баҫыуҙағы өлгөргән уңышты йыйырға яҡшы кәйеф һәм йыр менән сыҡҡан. Мәҙәниәт хеҙмәткәр-ҙәре ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең еңел булмаған, әммә бик мөһим эшендә йыр менән күңелдәрен асып, рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, яҡшы уңыш йыйыуға дәртләндерә.

Автор:Гульдар СУЛТАНОВА