Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
5 Август 2021, 09:55

Бесәнде тамамлап, ураҡҡа әҙерләнәләр

Эре ауыл хужалығы ойошмалары менән бер рәттән фермер хужалыҡтарында ла баҫыу эштәре гөрләп тора.

Бесәнде тамамлап, ураҡҡа әҙерләнәләр
Бесәнде тамамлап, ураҡҡа әҙерләнәләр

Шул иҫәптән Ҡорғат ауылынан Зиялтдиновтарҙың крәҫтиән-фермер хужалығында. Бында мал аҙығы әҙерләү эштәрен уңышлы башҡарып сыҡҡандар. Бөтәһе 320 гектар ерҙән 550 тонна бесән әҙерләгәндәр.
– Йәйҙең ҡоро булыуына ҡарамаҫтан, малдар ас ҡалмаясаҡ. Был күләмдәге бесән ҡыш сығырға етәргә тейеш. Һалам да әҙерләргә йыйынабыҙ, – тип һөйләй Алик Мәүләүи улы.
Беҙ килгән көндө хужалыҡ хеҙмәтсәндәре Илдус һәм Рәдиф Зиялтдиновтар, Денис Хәбибйәнов, Рөстәм Камалов, Владик Ҡәйүмов техниканы урып-йыйыу эшенә әҙерләй ине. Йәштәргә комбайнды ремонтлауҙа хеҙмәт ветераны, Чкалов исемендәге колхозда 40 йыл хеҙмәт стажы йыйған механизатор Рәис Әхйәмов ярҙамлаша.
– Уңыш йыйыуҙа “Лада” һәм “Нива” комбайндары, шулай уҡ КамАЗ эшләйәсәк. Әлегә башаҡтар өлгөрөп етмәгән. Көндәр ҡояшлы, матур торһа, аҙна һуңында ураҡҡа төшөргә планлаштырабыҙ, – тип бүлешә яңылыҡтары менән Алик Мәүләүи улы.
Уларға 662 гектар ерҙән иген һәм башҡа культураларҙы, шул иҫәптән 100 гектарҙан – ужым арышы, 141 гектарҙан – бойҙай, 100 гектарҙан – һоло, 150 гектарҙан – ҡарабойҙай, 171 гектар-ҙан кәрешкә йыйыу эштәре тора.
Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге хәбәр итеүенсә, мал аҙығы әҙерләү буйынса һандар 29 июлдән 2 авгусҡа тиклем әллә ни үҙгәрмәгән һәм 95 процент тәшкил итә. Ямғырҙар арҡаһында баҫыу эштәре туҡтап торҙо.
“Аҡтау” йәмғиәте һәм “Попов” крәҫтиән-фермер хужалығы ужым арышын тулыһынса урып бөткән (9860 һәм 14100 центнер һуғып алғандар, уңыш гектарына 20,5 һәм 20 тонна тәшкил итә). “Ленинский” ауыл хужалығында ужым арышы 837 гектар ерҙә сабылған һәм һуғылған – был пландың 76,1 проценты. Шулай уҡ уҙған аҙнала “Йондоҙ” һәм “Батыр” йәмғиәттәре урып-йыйыу эшен башлаған.

Автор:Айгуль  Шарапова