Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
28 Май 2021, 11:30

Ямғыр ғына яуһын...

Район аграрийҙары сәсеүҙе тамамлау өҫтөндә.

Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 27 майға ҡарата райондың ауыл хужалығы предприятиеларында яҙғы сәсеү эштәре 91,1 процент майҙандарҙа йәғни 19050 гектар ерҙә тамамланған. “Аҡтау” йәмғиәте, “Попов” крәҫтиән (фермер) хужалығы хеҙмәтсәндәре планлаштырылған эштәрен тулыһынса тамамлаған.
Тәүгеләрҙән булып сәсеүҙе “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшсәндәре теүәлләне. Хужалыҡ директоры Юрис Латыповтың әйтеүенсә, сәсеүгә 4 майҙа төшөп, уны туғыҙ көн эсендә тамамлағандар.
– Быйыл да һауа торошо ҡыуандырмай, – ти ул. – Тупраҡ ҡоро, шуға күрә шытымдар көс йыя алмай. Шул уҡ ваҡытта зыян килтереүсе ҡоротҡостар үрсей һәм сүп үләндәре йылдам үҫә.
Тупраҡты Фәнис Шакиров менән Азамат Хәлилов культивациялай. Сәсеү эштәрен Радис Хәмиҙуллин (фотола) һәм Салауат Латипов башҡара. Улар Кузбасс-Т сәсеү комплексы менән заманса К-700-39 тракторында сәсеү алды культивацияһы уҙғаралар, тырматалар, ашлама индерәләр, орлоҡ сәсәләр, туп-раҡты тигеҙләйҙәр. Вәғиз Шафиҡов менән Ринат Закиров орлоҡ ташый. Келәт эшсәндәре Илдус Зиннуров, Илдар Хафизов, келәт мөдире Айбулат Хәлилов механизаторҙарҙы орлоҡ менән тәьмин итеү буйынса үҙ бурыстарын яҡшы башҡара.
Орлоҡтар барыһы ла ағыу менән эшкәртелгән. Быйыл “Йондоҙ” ЯСЙ-һы 1100 гектарҙа яҙғы культуралар сәскән, шул иҫәптән 325 гектарҙа – бойҙай, 286 гектарҙа – арпа, 156 гектарҙа – һоло, 72 гектарҙа – кәрешкә, 80 гектарҙа – ҡарабойҙай, ҡалғаны – бер йыллыҡ үләндәр. Иртә сәселгән культуралар шытып сыҡҡан да инде. Культураларҙы туҡландырыуҙа Вәкил Шафиҡов менән Ғәйнетдин Ғилметдинов эшләй.
Хужалыҡта баҫыу хеҙмәтсәндәренең ваҡытында һәм сифатлы туҡланыуына тейешле иғтибар бүленә. Ашнаҡсылар Зөлфиә Шамакова менән Зөлфиә Мөхәмәтшина механизаторҙарҙы бына инде бер нисә йыл тәмле аштар менән һыйлай.
– Сәсеүҙе уңышлы тамамланыҡ, хәҙер эш – ямғырҙа. Дым етерлек бул-ғанда, яҡшы уңыш алырбыҙ, – ти Юрис Хәйҙәр улы.
Шул арала
Башҡортостанда яҙғы сәсеү тамамланыу этабына сыҡты. Әммә проблемалар ҙа юҡ түгел. Сәбәбе – аномаль эҫелек. Ул ужым һәм яҙғы культураларға кире йоғонто яһай. Сүп-сар әүҙем үҫә һәм ҡоротҡостар күп. Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, быларҙың киләсәк иген уңышында насар сағылыш табыуы бар, уның күләме планлаштырылғандан әҙерәк булыуы ихтимал.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дым китте, атмосфера ҡоролоғо күҙәтелә. Тик беҙ ғәҙәттән тыш хәл иғлан итә алмайбыҙ, сөнки бындай эҫелеккә ҡарамай, үҫентеләр күпләп һәләк булманы. Климат шарттарына ярашлы, сәсеүлектәрҙе сүп-сар үләненән һәм ҡоротҡостарҙан эшкәртеүҙе әүҙемләштерергә тәҡдим итәбеҙ. Был эштәрҙе төндә башҡарыу кәрәк. Киләсәк уңышты һаҡлау өсөн антистресс препараттар файҙаланып үҫентеләрҙең япраҡтарын эшкәртергә тәҡдим итәбеҙ, – тине Илшат Илдус улы.
Майға хас булмаған тағы бер эштәр – мал аҙығы әҙерләү башлана. Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, үлән сабыу был аҙнала уҡ башланасаҡ.
– Хакимиәт башлыҡтарынан техниканы әҙерләүҙе һәм ойоштороу мәсьәләләрен контролгә алыуҙы һорайбыҙ. Дөйөм алғанда, тармаҡта хәлдәр көсөргәнешле. Хәл барышы буйынса эшмәкәрлекте үҙгәртәсәкбеҙ, һауа торошона ҡараясаҡбыҙ, – тине ул.