Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
20 Май 2021, 10:30

Баҫыу эштәре барышы

Районда сәсеү эше тамамланыуға табан бара.

Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 17 майға ҡарата райондың төрлө милек формаларындағы ауыл хужалығы предприятиеларында яҙғы сәсеү эштәре 80,6 процентҡа үтәлгән: “Ленинский” кооперативы – 97,8% (4364 гектар), “Аҡтау” йәмғиәте – 92,6% (4736 гектар), “Батыр” йәмғиәте – 81,8% (450 гектар), “Йондоҙ” йәмғиәте – 91,7% (879 гектар), “Ҡыҙылбай” йәмғиәте – 41,3% (616 гектар), “Үҙәк” МТС-ы – 46,3% (391 гектар), “Попов” крәҫтиән (фермер) хужалығы – 100% (1445 гектар), ШЭ “Бәҙретдинов В. В.” – 69,6% (664 гектар), ШЭ “Ғилметдинов И. А.” – 50,8% (300 гектар), ШЭ “Зиялтдинов И. А.” – 78,9% (562 гектар).