Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
14 Май 2021, 10:20

Кооперативтың киләсәге – ышаныслы ҡулдарҙа

Мәсетле аграрийҙарына 20758 гектар ергә яҙғы культуралар сәсеү бурысы тора.

Районыбыҙҙа яҙғы сәсеү эштәре старт алды. Ул ғәҙәттәгенән иртәрәк башланды, сөнки быйыл ҡар ҡатламы иртә иреп бөттө. Беренсе булып баҫыу-ҙарға “Ленинский” ауыл хужалығы кооперативы хеҙмәтсәндәре төштө.
– Яҙғы сәсеү эшен беҙ 28 апрелдә башланыҡ, – тип һөйләй хужалыҡ етәксеһе Павел Ватолин. – Хеҙмәт күләме уҙған йылдарҙағы кеүек ҙур. 1106 гектар ергә – бойҙай, 711 гектарҙа – арпа, 666 гектарҙа – һоло, 32 гектарҙа – ҡарабойҙай, 774 гектарҙа – кәрешкә, 545 гектарҙа – бер йыллыҡ үлән (кәрешкә ҡатыш һоло), 347 гектар майҙанда рапс сәсеү планлаштырылған. Быйыл борсаҡ сәсмәйбеҙ, сөнки был культураның уңышы түбән.
Кооператив хеҙмәтсәндәре 1000 гектар майҙанда арыш ужымын туҡландырыу эшен башҡарҙы. Сәсеү эше бойҙай ултыртыуҙан башланған. Павел Леонидович әйтеүе буйынса, яҙғы баҫыу эштәрендә 14 берәмек техника, шул иҫәптән алты сәсеү агрегаты ҡатнаша.
– Яғыулыҡты етерлек күләмдә һатып алдыҡ, – ти етәксе. – Бының өсөн кредит юлланыҡ. Һауа шарттары боҙолоп китмәһә, сәсеү эшен ике аҙна эсендә тамамларбыҙ, тип өмөтләнәм.
Яҙғы баҫыу эштәре ваҡытында эшсе ҡулдар етешмәй, бөгөн ҡырҙа эшләүселәр – яуаплы һәм уңған кешеләр. Уларҙың күптәре кооперативта оҙаҡ йылдар эшләй, һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡала. Тракторсы һәм комбайнсы Василий Полеготченков быға яҡшы миҫал булып тора. Уның хаҡлы ялға сыҡҡанына – өс йыл, ә шулай ҙа яҙғы баҫыу эштәре ваҡытында тыуған хужалығына ярҙам итә. Унан башҡа “Ленинский” ауыл хужалығы кооперативында уның улдары – тракторсылар Валерий һәм Егор эшләй. Тәжрибәле атай улдарын һөнәр нескәлектәренә өйрәтә, ярҙам итә. Бөгөн Валерий менән Егор тупраҡты сәсеү алды эшенә әҙерләй, ә атайҙары сәсеү агрегаты тағылған ДТ тракторында эшләй. Хеҙмәт яратҡан татыу ғаиләләр булғанда, кооперативтың киләсәге – ышаныслы ҡулдарҙа.
Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, 6 майға ҡарата районда яҙғы сәсеү 19 процентҡа башҡарылған, был 3950 гектар тәшкил итә. Яҙғы сәсеү эштәренә “Ленинский” ауыл хужалығы (планлаштырған күләмдең 35,6% үтәгән), “Аҡтау” (20,5%), “Батыр” (12,7%), “Йондоҙ” (33,5%) йәмғиәттәре, “Попов” крәҫтиән (фермер) хужалығы (13,8%) төшкән.
Шул арала
Сәсеү кампанияһы Башҡортостандың бөтә тәбиғи-климат зоналарында башланған. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеү-ҙәренсә, 5 майға ҡарата республиканың 43 районында аграрийҙар яҙғы сәсеү эшен башлаған. Республикала баҫыу эштәре бөтәһе 380 мең гектар ерҙә башҡарылған, был бөтә майҙандың 20 процентын тәшкил итә. Илеш, Дүртөйлө, Бүздәк, Баҡалы, Шишмә райондары хеҙмәтсәндәре – иң әүҙемдәре.
Һулдан уңға: орлоҡ ташыусы водитель Рифат Яныбаев,
сәсеүселәр Виталий Крючков һәм Павел Чебыкин.