Мәсетле тормошо
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
30 Апрель 2021, 09:00

Һабанда һайрашыр мәл

Быйыл Башҡортостан аграрийҙарына 2 миллион 14 мең гектар ерҙә яҙғы культуралар сәсергә кәрәк. Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов оператив кәңәшмәлә быйыл бөртөклө культураларҙың төрлө ваҡытта (иртә, урта һәм һуң) сәсеүҙәре тураһында һөйләне.

Был һауа шарттары йоғонтоһо һөҙөмтәһендә шытымдар-ҙың һәләк булыу хәүефен кәметеү өсөн кәрәк.
Бөгөнгә яҙғы сәсеүҙә 23 район ҡатнаша. 12,6 мең гектарҙа сәселгән, шул иҫәптән бөртөклөләр – 10,5 мең гектар. Быйылғы уңыш өсөн 418,4 мең гектарҙа ужым ашлығы сәселгән (2020 йылға +59,5 мең гектар), шуның 187 мең гектары – ужым арышы, 221 мең гектары – ужым бойҙайы. Тикшереү йомғаҡтары буйынса, сәсеүлектәрҙең 93% йәки 390 мең гектары һәйбәт һәм ҡәнәғәтләнерлек хәлдә, 7% йәки 29 мең гектары бик яҡшынан түгел.
Мәсетле районында яҙғы баҫыу эштәре 38 хужалыҡта, шул иҫәптән алты ауыл хужалығы предприятиеһында һәм 32 крәҫтиән (фермер) хужалығында башҡарыласаҡ.
Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов әйтеүенсә, һөрөнтө ерҙәр майҙаны 54813 гектар тәшкил итәсәк, шуның 44200 гектары эшкәртелә. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ерҙәрен дә индереп сәсеү майҙаны 38505 гектар тәшкил итә.
2021 йыл уңышы өсөн 3896 гектар ерҙә ужым сәселгән. Бөгөнгө көндә уларҙың торошо ҡәнәғәтләнерлек. Уны ҡайтанан сәсеү планлаштырылмай.
Яҙғы сәсеү эштәре 21546 гектарҙа башҡарыласаҡ, шул иҫәптән 18841 гектарҙа – иген культуралары. Бөртөклө культуралар барлығы 22737 гектарҙа сәселәсәк, техник культуралар – 1395 гектарҙа, мал аҙығы культуралары 13803 гектарҙа (шул иҫәптән уҙған йылдарҙа сәселгән күп йыллыҡ үләндәр – 12493 гектар, бер йыллыҡ үләндәр – 1310 гектар). Күп йыллыҡ үләндәрҙе ҡаплап сәсеү 1072 гектарҙа башҡарыласаҡ, шулай итеп, ҡартайған үләндәр 15% майҙанда яңыртыласаҡ.
Сорттарҙы алмаштырыу һәм яңыртыу маҡсатында 750 тонна элиталы орлоҡ һатып алыу планлаштырыла. 26 апрелгә ҡарата уның 350 тоннаһы һатып алынған да инде. Районда “Аҡтау” йәмғиәте, “Попов” КФХ-һы, “Ленинский” АПК-һы һәм “Мөхәмәтйәнов Р. Р.” КФХ-һы элиталы орлоҡ етештереү менән шөғөлләнә.
2021 йыл уңышы өсөн хужалыҡтарҙа 4018 тонна яҙғы иген культуралары орлоғо һалынған. 26 апрелгә ҡарата 554 тонна (59%) минераль ашлама һатып алынған, тағы ла 64 тонна алырға ҡалған. 1965 тонна орлоҡ ағыуланған, 3962 гектар ерҙә дым ҡаплатылған, 927 гектарҙа – ужым, 150 гектарҙа күп йыллыҡ үләндәр туҡландырылған, 4462 гектар майҙанда күп йыллыҡ үләндәр тырматылған. 120 гектар ер дискылы тырма менән тырматылған, 30 гектар культивацияланған.
Бөгөн туңға һөрөлгән 14215 гектар ер эшкәртелгән. Файҙаланылмай ятҡан ерҙәрҙе әйләнешкә индереү буйынса йыл һайын эштәр алып барыла. 2017 йылда 650 гектар ер әйләнешкә индерелһә, 2018 йылда был һан 1092-гә етте. 2019 йылда – 521 гектар, 2020 йылда – 430 гектар. Быйыл тағы ла 600 гектар ерҙе эшкәртеү бурысы тора.
Былтыр сәселгән яҙғы иген һәм ужым культуралары тураһында мәғлүмәтте һанлаштырыу эше тамамланды. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр тураһында берҙәм федераль мәғлүмәт системаһына 85,5 мең гектар (80 проценттан ашыу) ауыл хужалығы ере тураһында мәғлүмәт индерелгән.