“Аҡтау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте минераль ашлама һәм яғыулыҡ-майлау материалдары туплай. Бөгөн хужалыҡ кредит алып, шул аҡсаға 200 тонна яғыулыҡ-майлау материалдары, сәсеү майҙанына етәрлек орлоҡ һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары, 120 тонна элиталы орлоҡ һатып алған. Бынан тыш, 420 тонна ашлама алыу өсөн үҙ аҡсаларын ҡулланған.
Предприятие етәксеһе Илдар Ниғәмәтйәнов әйтеүе буйынса, яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек уҙған йылда уҡ башланған:
– 2021 йылда орлоҡ сәсеү өсөн көҙҙән тырматыу һәм культивация эштәре башҡарылды. Яҙғы баҫыу эшенә өс сәсеү комплексын йәлеп итергә планлаштырабыҙ, ашлама индереүгә ике МТЗ һәм үҙйөрөшлө “Рубин” һиптереү тракторы тәғәйенләнә. Орлоҡ ташырға “КамАЗ” маркалы ете ҙур йөк машинаһы әҙер.
Яҙғы баҫыу эштәрендә 30 кешенән торған ике смена эшләйәсәк. Яңы миҙгелгә “Аҡтау” йәмғиәте штаты тулыһынса комплектланған. Штатта үҙ һөнәрен яҡшы белгән, тәжрибәле кешеләр тупланған. Коллектив яңыраҡ ике хеҙмәткәр менән тулыланды: Рәсәй Армияһы сафында хеҙмәт иткән һәм һөнәре буйынса уҡыу йорто тамамлаған йәштәр килде.
“Аҡтау” ауыл хужалығы предприятиеһы орлоҡсолоҡ хужалығы булып иҫәпләнә, шуға ла сорт яңыртыу һәм элиталы культуралар үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Райондың күп предприятиелары сифатлы орлоҡто тап ошонан ала. Уҙған йылда хужалыҡ ихтыяжы өсөн иген киптереү комплексы төҙөлә башланы.
Бөгөн “Аҡтау” йәмғиәте хеҙмәтсәндәре яҙғы сәсеү кампанияһына техниканы әҙерләү эштәрен тамамлау өҫтөндә.
– Беҙ яҙғы сәсеү эшенә әҙер, көндәрҙең яҡшырыуын ғына көтәбеҙ, – ти етәксе. –Яңы сәсеү миҙгеленә күтәренке кәйеф менән инәбеҙ, юғары уңыштарға өмөтләнәбеҙ!