Мәсетле тормошо
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
7 Апрель 2021, 13:00

Сәсеүгә әҙерлек

Яҙ уртаһына ла аяҡ баҫтыҡ, тимәк, алда – баҫыу эштәре.

Мәсетле районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов әйтеүенсә, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек буйынса саралар комплексы көҙҙән үк башҡарылған: 14 мең гектарҙан ашыу ер туңға һөрөлгән, 4978 т иген культуралары, шул иҫәптән 4018 т яҙғы культуралар орлоғо һалынған, 3896 гектар ерҙә ужым сәселгән.
26 мартҡа ҡарата машина-трактор паркының техник әҙерлек кимәле тәшкил итә: бар тракторҙарҙың (188 берәмек) 86 проценты (162) төҙөк, тупраҡ эшкәртеү техникаһының (һабан, культиваторҙар, дискылы тырмалар) – 92 проценты (157 берәмек).
Хәҙер аграрийҙар өсөн төп бурыс – яҙғы сәсеүҙе сифатлы һәм ваҡытында баш-ҡарыу.
Алдан яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, яҙғы баҫыу эштәрен уҙғарыуға 75 млн һумдан ашыу аҡса талап ителә, шул иҫәптән яғыу-лыҡ-майлау материалдарына – 30 млн һум, орлоҡҡа – 23 млн һум, минераль ашламаларға – 12 млн һум, алмаш частарға – 5 млн һум.
Яғыулыҡ-майлау материалдарына килгәндә, дизель яғыулығы менән тәьмин ителгәнлек 15% тәшкил итә, бензин – 6%. Орлоҡ яңыртыу һәм алмаштырыу маҡсатында планлаштырылған 750 тонна урынына 120 тонна элиталы орлоҡ һатып алынған.
Баҫыу эштәрендә 38 хужалыҡ, шул иҫәптән алты ауыл хужалығы предприятиеһы, 32 фермер хужалығы ҡатнашасаҡ. 125 берәмек трактор, 35 сәсеү техникаһы, 8 комплекс, 39 тупраҡ эшкәртеү агрегаты эшләйәсәк. Шулай уҡ яҙғы баҫыу эштәренә шәхси ярҙамсы хужалыҡтар техникаһын (649 берәмек), “Үҙәк” МТС-ының Дыуан филиалы көсөн йәлеп итеү ҡаралған.