Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
29 Март 2021, 15:45

Юғары һауым – оҫталыҡ күрһәткесе

Мәсетле районы ферма хеҙмәтсәндәре малдарҙы ҡышлатыу осорон уңышлы тамамлап килә. Әммә яҙҙың тәүге айы – ял итергә сәбәп түгел. Ауыл хужалыҡтарында малдар-ҙың быҙаулау осоро бара. Ә был күп һөт алыуға ыңғай йоғонто яһай.

“Йондоҙ” йәмғиәте мәғлүмәттәре буйынса, хужалыҡта һөт һауып алыу эше уңышлы бара. Йыл башынан алып тулайым һауым 195,6 тонна тәшкил итә. Был, уҙған йыл менән сағыштыр-ғанда, 10,9 тоннаға күберәк.
Баш зоотехник Илһам Фәтҡуллин әйтеүе буйынса, малдарҙы ҡышлатыу планлаштырылған штат режимында уҙа. Малдарға етерлек кимәлдә аҙыҡ бирелә һәм улар яҡшы ҡарала.
– Уҙған йылда һауа шарттары насар булыу сәбәпле, фуражды аҙыраҡ алдыҡ, – тип һөйләй ул. – Һыйыр- ҙарға уны әҙерәк бирергә мәжбүрбеҙ. Шуға күрә мал аҙығына һығынды (жом) ҡушабыҙ.
24 мартҡа ҡарата тәүлегенә һөт һауып алыу 2800 килограмм тәшкил итә. Йыл башынан бер һыйырҙан 652 килограмм һауып алынған, былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был 36,3 килограмға күберәк.
Күп һөт һауып алыу яҡшы аҙыҡтан тыш, һауынсыларҙың яуаплы һәм намыҫлы эшләүенән ғибәрәт. Ҡул менән һауыу осоро уҙған заманда ҡалһа ла, һауынсы хеҙмәте ауыр эштәрҙең береһе булып һанала. Улар һыйырҙар- ҙы ашата, ҡарай, ауырыуҙы иҫкәртеү маҡсатында даими рәүештә тикшереп тора.
Бөгөн “Йондоҙ” хужалығы фермаһында ете машина менән һауыу операторы эшләй. Уларҙың алтыһына төркөмдәр билдәләнгән. Һауынсылар малдарҙың сәләмәтлеге, һөт күләме һәм ҡаралыуы өсөн яуап бирә. Лилиә Хәмиҙуллина, Минзилә Әхмәҙиева һәм Ләйсән Сөләймәнова – иң күп һөт һауып алыусылар.
Һауынсы Зәлифә Мөхәмәтйәнова ике йыл элек хаҡлы ялға сыға, шулай булыуға ҡарамаҫтан, һаман да тыуған хужалығында хеҙмәт итә. Ул башҡа һауынсыларға ял көндәре биреп, уларҙы алмаштыра.
Белешмә
Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге хәбәр итеүенсә, район хужалыҡтарында йыл башынан тулайым һауым 78,4 тоннаға артты һәм 2297 тонна тәшкил итте. Иң ҙур артым “Ленинский” кооперативында – 24,3 тоннаға артып, 1115,9 тонна тәшкил итте. “Ҡыҙылбай” йәмғиәтендә тулайым һауым 53,4 тоннаға етте, былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, 12,2 тоннаға күберәк.
Шулай уҡ, район буйынса йыл башынан алып бер һыйырҙан һауым 25,3 килограмға артты һәм 1063,8 кг тәшкил итте. “Ленинский” кооперативында – 1594,1 кг (+34,7 кг), “Ҡыҙылбай” йәмғиәтендә – 384 кг (+142 кг).
Һүрәттә: Киске һауым алдынан. Һулдан уңға: Әлфиә Абдуллина,
Зәлифә Мөхәмәтйәнова, Минзилә Әхмәҙиева, Ләйсән Сөләймәнова.