Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
17 Март 2021, 09:10

“Ленинский” кооперативында эштәр көйлө бара

Уҙған шәмбе “Ленинский” ауыл хужалығы кооперативының йомғаҡлау йыйылышы уҙҙы.

2020 йыл кооператив өсөн үҫемлекселек өлкәһендә бик ҡатмарлы булды. Быға тәбиғәт шарттары ҙур йоғонто яһаны. Яҙғы баҫыу эштәрендә 18 сылбырлы тәгәрмәсле һәм тәгәрмәсле трактор ҡатнашты, шуларҙың күптәре ике смена эшләне, планлаштырылған 4300 гектар ер тулыһынса сәселде, ужым арышы ултыртылманы.
Хужалыҡ етәксеһе Павел Ватолин әйтеүе буйынса, техника ватылған осраҡта механизаторҙар уны тиҙ арала йүнәткән. Сергей Гладких, Таһир Хәлилов, Семен Георгиевских, Егор Полеготченков, Марсель Йосопов, Александр Федорков, Павел Васев, Фәнил Ғәлимйәнов, Василий Полеготченков, Сергей Чебыкин, Рәмил Яныбаев һәм Владимир Луканин яҡшы сифат менән ҙур күләмдә эштәр башҡарҙы. Уларҙың күптәре бер-нисә тәүлек туҡтамай эшләне, шуға ла хужалыҡ эше алға барҙы. Яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас, химик эшкәртеү ойошторолдо.
– Быйыл химик эшкәртеүҙе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яҡшы сифат һәм аҙыраҡ юғалтыуҙар менән эшләү өсөн өҫтәмә техника талап ителә, – тип иҫәпләй Павел Леонидович. – Химик эшкәртеүһеҙ яҡшы уңыш алып булмай, сөнки ерҙе көҙ көнө туңға һөрмәйбеҙ, ашламалар индерелмәй.
Уҙған йылда “Ленинский” ауыл хужалығы 1619 тонна бесән әҙерләне, был, уҙған йыл менән сағыштырғанда, 22 процентҡа кәмерәк. Йәй көнө һауа шарттары эҫе булғанлыҡтан, үҫемлектәр етәрлек масса йыя алманы. Уңыш гектарынан уртаса 21 центнер тәшкил итте. Бесән сапҡан механизаторҙар бирелгән эш күләмен ваҡытында үтәргә, пресс менән баҫтырып, ташырға өлгөрҙө.
Сенаж әҙерләгәндә йәшел массаның аҙ булыуы ҙур мәсьәлә булды. Планда 12000 тонна ҡаралһа, 7389 тонна ғына һалынды. Шул сәбәпле ҡыш осоронда һыйыр малдарына сенаж күләмен ҡыҫҡартырға тура килде, был малдарҙың ауырлығы һәм һөт күләме түбәнәйеүенә килтерҙе. Йәшел массаны баҫыуҙан сығарыуҙа 10 берәмек техника эшләне...
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2021 йылдың 16 мартта 22-се һанында уҡығыҙ.