Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
3 Март 2021, 13:00

Районда кооператив асыусылар арта

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының тәҡдиме менән индерелгән килем килтереүсе проекттар нигеҙендә кооперативтар асыу үҙенең һөҙөмтәлелеген тәжрибәлә күрһәтә.

Һуңғы йылдарҙа Мәсетле районында “Урарту”, “Бобин” һәм “Таң” кооперативтары теркәлеп, бөгөн улар ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү, сыр һәм әсетелгән һөт ризыҡтары, колбаса, ит, икмәк изделиелары, ҡош ите етештереү менән шөғөлләнә.
Килем килтереүсе проект программаһының өс миллиондан ашыу аҡсалата ярҙамына Оло Аҡа, Абдулла, Әжекәй ауылдарының 20 шәхси ярҙамсы һәм ете крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары “Атлант” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы асты. Кооперативтың рәйесе – КФХ башлығы Илдар Әх- йәмов. Улар мал һуйыу һәм ит эшкәртеү менән шөғөлләнәсәк.
– Кооператив ярҙамында ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүҙе яйға һалыу, итте ҡайҙалыр тапшырыуға ҡарағанда, күпкә отошло. Сөнки эшкәртелгән әҙер продукция халыҡ араһында ҙур һорау менән ҡулланыла, өҫтәүенә үҙебеҙҙә етештерелгән продукт экологик яҡтан таҙа ла буласаҡ, – тип һөйләй Илдар Әхйәмов.
Кооператив ағзалары барлыҡ ветеринария һәм санитария талаптарына тап килгән заманса модулле мал һуйыу цехы һатып алған. Килеп тыуған шарттар арҡаһында ҡорамалды килтереп ҡороп ҡуйыу бер йылға һуҙылып киткән. Әлеге мәлдә эштәр тамамланыу өҫтөндә. Эш барышында барлыҡҡа килгән мал ҡалдыҡтарын юҡ итеү өсөн цехта крематор эшләнәсәк, шулай итеп, цехтың эшенән район экологияһына зыян килмәйәсәк.
Цех май-июндә үҙ эшен башлар тип көтөлә. Артабан кооператив ағзалары ит эшкәртеү һәм ярымфабрикаттар етештереү буйынса цех төҙөргә һәм шуның менән ауылдаштарына эш урындары булдырырға ниәтләй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: килем килтереүсе проекттың асылы – шәхси ярҙамсы һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары эйәләренең инициативаһы һәм ҡушып финанслауы иҫәбенә коллектив ҡулланыу объекты булып торған ауыл хужалығы кооперативы тө-ҙөүҙә. Кооператив үҙе бөтә сумманың кәм тигәндә 9 процентын ҡушып финанслағанда, проектты тормошҡа ашырыуға дәүләт өс миллион һумға тиклем ярҙам күрһәтә. Консультациялар йомғаҡтары буйынса Мәсетле районында мал һуйыу цехы төҙөү, һөт һәм ит эшкәртеү, ҡортсолоҡ йүнәлештәре буйынса дүрт инициатива төркөмө төҙөлдө.