Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
1 Март 2021, 12:00

“Йондоҙ” йәмғиәтен тырыштар алға илтә

“Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә уҙған йыл йомғаҡтары буйынса отчет йыйылышы үтте. Уның эшендә район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов, Яңы Мишәр ауыл советы хакимиәте башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров, хужалыҡ етәксеһе Юрис Латыпов һәм ауыл эшсәндәре ҡатнашты.

Юрис Хәйҙәр улының билдәләүенсә, уҙған йыл ауыл эшсәндәре өсөн еңелдән булманы. Йәмғиәттең эшенә үҙ төҙәтмәләрен индергән коронавирус пандемияһынан тыш, 40 градусҡаса эҫе көндәре менән ҡоролоҡ килтергән, артабан ҡойма ямғырлы йәйге һауа торошо ла борсоуға һалды хеҙмәтсәндәрҙе. Әммә улар үҙҙәренең фиҙаҡәрлектәре менән бар ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сыҡты һәм нәҡ тырыштарҙың хеҙмәте һөҙөмтәһендә йәмғиәт бөгөн дә тотороҡло эшләүен дауам итә.
2020 йыл йомғаҡтары буйынса отчет менән хужалыҡтың зоотехнигы Илһам Фәтҡуллин сығыш яһаны. Былтыр хужалыҡ һәр һыйырҙан һауымды 3500 литрға тиклем еткереү бурысы ҡуйған, әммә быйыл да ошо уҡ маҡсат ҡуйыла.
2020 йылда хужалыҡта 692 баш һыйыр малы иҫәпләнгән, был 2019 йыл күрһәткесенән 34-кә күберәк.
Һауым 1000 центнерға кәмегән, артым – 45 грамға. Шул уҡ ваҡытта үрсем 17 башҡа артҡан һәм 319 баш тәшкил иткән.
Хужалыҡта төп проблемаларҙың береһе – малдарҙың үлеүе. Бында ыңғай үҙгәреш бар: был күрһәткес 39-ға кәмегән.
Зоотехник эшкә бар көстәрен һалған ауыл эшсәндәренә рәхмәт белдерҙе. Улар һауынсылар Лилиә Хәмиҙуллина, Ләйсән Сөләймәнова, Зөбәржәт Камалетдинова, Нәзилә Ғиниәтуллина, Минзилә Әхмәҙиева, Зәлифә Мөхәмәтйәнова, Роза Закирова, Рәзимә Шакирова, Венера Сәбиғиәрова, Әлфиә Ғилметдинова, Гөлзәйнәп Хажиева, Алһыу Баишева, операторҙар Таһир һәм Азат Закировтар, Аданис Зиннуров, малсылар Илфат Ғәниев, Альферат Камалов, Динар Сәхәүетдинов, Әхнәф Ғилметдинов, Зәбир Зарипов.
Артабан яҡшы артым һәм һауым алырға теләгәндә, малды быҙау сағынан уҡ дөрөҫ ҡарарға кәрәк. Был йүнәлештә Динар һәм Мәҡсүт Һөйәрғоловтар, Фәнил һәм Илшат Ғайсиндар һәм баш-ҡалар тырышлыҡ күрһәтә.
Фермала механизаторҙар Вәкил Шафиҡов, Фәрүәз Шакиров, Ильяс Солтанов, Рифат Ханнанов һәм башҡалар һөҙөмтәле эшләй.
Былтыр икенсе корпусҡа транспортер һатып алынған, йәйге ҡура ремонтланған, быҙауҙар торған урында иҙән алмаштырылған.
“Йондоҙ” йәмғиәтенең баш инженеры Мәҡсүт Камалов хужалыҡтың машина-трактор паркы торошо тураһында һөйләне. 2020 йылдың 4 апреленә бар техника яҙғы баҫыу эштәренә тулыһынса әҙер ине. Санаңды йәй хәстәрлә тигәндәй, техниканы баҫыу эштәренә ҡыш дауамында ентекле әҙерләйҙәр.
Сәсеү эштәре 15 көн эсендә тамамланды. Артабан – мал аҙығы әҙерләү. Урып-йыйыу эштәре ваҡытында механизаторҙарға еңелдән булманы. Һауа шарттары уңышты тиҙ генә йыйып алырға мөмкинлек бирмәне. Ураҡ мәлендә 25 берәмек техника йәлеп ителде.
Хужалыҡ етәксеһе Юрис Латыповтың билдәләүенсә, һауа шарттары арҡаһында мал аҙығы яртыһынан кәмерәк әҙерләнгән, яҙғы культуралар уңышы менән дә шундай уҡ хәл.
Йыйылыш һуңында Юрис Хәйҙәр улы алдынғы эшсәндәрҙе тәбрикләне. Шулай итеп, Лилиә Хәмиҙуллина, Динар Һөйәрғолов, Зәлифә Мөхәмәтйәнова, Альферат Камалов, Мәҡсүт Һөйәрғолов, Фәрис Фәйзуллин, Зөлфиә Мөхәмәтшина (һүрәттә), Ринат Һөйәрғолов, Аданис Зиннуров, Наил Ғәлимов, Ринат Закиров, Вәкил Шафиҡов, Фәнис Шакиров, Раиф Хажиев, Фәймә Исмәғилева почет грамоталары менән наградланды. Ә юбилярҙарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Алда “Йондоҙ” эшсәндәрен яңы ауыл хужалығы йылы көтә һәм уны йәмғиәт хеҙмәтсәндәре яңы өмөттәр, яңы көс менән ҡаршылай. Уңыштар һәм яҡшы һауа торошо һеҙгә, баҫыу һәм ферма эшсәндәре!