Кәңәшмә онлайн режимында уҙҙы. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм фермерҙар, тикшереүсе органдар вәкилдәре ҡатнашты.
Иҡтисадтың башҡа тармаҡтарына ҡарағанда ауыл хужалығы пандемиянан әллә ни ҙур зыян күрмәне. Вадим Саҙиҡов, райондың ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре төп ауырлыҡтарҙы, атап әйткәндә, тәбиғәт шарттары ҡуйған ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыҡты, тип билдәләне. 2021 йылда продукция етештереү һәм район ауыл хужалығының тотороҡло эшләүе өсөн ныҡлы нигеҙ һалынды.
Быйылғы уңыш өсөн 4978 тонна орлоҡ әҙерләнгән. Иген ужымы пландағы 5000 гектар урынына 3986 гектарҙа сәселгән. 14 мең гектар ер туңға һөрөлгән (план – 15,7 мең гектар). Юғары етештереүсәнле техника һатып алынған.
Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы ла индереп, бар төр хужалыҡтар, быйылғы хаҡ менән иҫәпләгәндә, 1 млрд 719 млн һум күләмендә тулайым продукция етештергән, был уҙған йыл кимәленән 5,8 процент-ҡа күберәк (1623 млн). Беҙҙең район Башҡортостан Республикаһы райондары араһында рейтингыла 47-се урын биләй.
Районда ауыл хужалығы производствоһын модернизациялау процесы дауам итә. Төп капиталға инвестициялар күләме бер йылда 123 млн һум тәшкил итте (+65%).
Эшселәрҙең уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы артыуы күҙәтелә. 2020 йыл йомғаҡтары буйынса, уртаса хеҙмәт хаҡы уҙған йыл менән сағыштырғанда, 4 процентҡа арт-ҡан һәм 16790 һум тәшкил иткән. 2021 йылға был һанды 18328 һумға еткерергә кәрәк.
Уҙған йылда тулыһынса сортлы орлоҡтар сәселде, шуның 23 проценты – юғары репродукциялы. Өс мең тоннанан ашыу орлоҡ йәки 92 проценты ағыуланған, 15 мең гектар майҙан гербицидтар менән эшкәртелгән. 9 мең гектарҙан ашыу майҙанға 686,9 тонна минераль ашлама индерелгән.
Үҫемлекселек өлкәһендә 17 хужалыҡҡа 4 млн һум күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. Аграрийҙар алдында 2021 йылға бар баҫыу эштәрен ваҡытында тамамлау, ауыл хужалығы культураларын планға ярашлы йыйып алыу, малдарға етерлек күләмдә мал аҙығы әҙерләү, техниканы яңыртыу, һанлы технологиялар индереүҙе дауам итеү, һөрөнтө ерҙәр майҙандарын арттырыу, уңышты арттырыу өсөн ашламалар индереү бурыстары тора.
2021 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 11,8 мең баш һыйыр малы, шул иҫәптән 5,3 мең һыйыр иҫәпләнә. Уҙған йылда тулайым һауым 23,2 мең тонна тәшкил иткән.
Ауыл хужалығы продукцияһы етештереүгә 2018 һәм 2019 йылдар-ҙа асылған ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары ҙур өлөш индерҙе. Бәләкәй хужалыҡтарға һәм ҡулланыусылар кооперативтарына грант ярҙамы күрһәтеү буйынса программаларҙы ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә районға 126 млн һум йәлеп ителде.
Иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары, бизнес-шериф Илшат Хәсәнов әйтеүе буйынса, урта һәм кесе предприятиелар, шәхси эшҡыуарҙар район ойошмалары әйләнешенең 27,6 процентын, район күләмендәге оҙатылған тауар-ҙың 35,6 процентын тәьмин итә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының райондың тулайым төбәк продуктына өлөшө 40 проценттан артып китә.
Бәләкәй предприятие хеҙмәткәрҙәренең 40 проценттан ашыуы райондың ауыл хужалығында эшләй.
2021 йылдың 1 ғинуарына ҡарата район биләмәһендә 494 урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ субъекты хужалыҡ итеү эшмәкәрлеген алып бара, шуларҙың 130-ы, йәғни 26 проценты, төп эше итеп ауыл хужалығы эшмәкәрлеген күрһәтте.
2020 йылда Мәсетле районында 24 урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ субъектына дөйөм 5 млн 263 мең һумлыҡ аҡсалата ярҙам күрһәтелде. Бер эшҡыуарға сеймал, материал һәм ярымфабрикаттар һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға Башҡорт-остан Республикаһы Сәнәғәт, энергетика һәм инновация министрлығы тарафынан 432977 һумлыҡ субсидия бүленде. Ике эшҡыуарлыҡ субъекты йылына 3,5 процент менән льготалы кредит алды.
Уҙған йылда район хакимиәте “Эшҡыуар сәғәте” форматында 42 кәңәшмә уҙғарған, уларҙа 71 проект ҡаралған. Шуларҙың 40 проекты – ауыл хужалығы мәсьәләләре буйынса.
Бынан тыш, кәңәшмәлә техниканы техник ҡарау, хайуандарҙы төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлау һәм тамғалау, 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек менән бәйле һорауҙар яңғыраны.